Көн торошоноң үҙгәрешен бар кеше лә һиҙә, тик һәр беребеҙ төрлөсә. Ҡайһы берәүҙәр болотло, яуынлы көндәрҙә «Ашығыс ярҙам» саҡырһа, икенселәр бер нәмә лә һиҙмәй: бәлки кемдәрҙер менән һүҙгә килешеүе, йә берәй нәмәһен өйҙә онотоп ҡалыуы ғына ихтимал. Тәүгеләре метеоһиҙгерҙәр рәтенә инһә, ә икенселәре хаҡында «бәхетлеләр» тип әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, һаулыҡтары ныҡ булған кешеләр был үҙгәрештәрҙе еңелерәк үткәрә, уларға тиҙерәк өйрәнәләр.
Көн торошо беҙгә нисек тәьҫир итә?
«Кемдәр елдәрҙе, йәшенде һәм көн торошон өйрәнгән, уларға ауырыуҙың килеп сығышы билдәле», - тип яҙған 15 быуатта Парацельс. Ысынлап та, шулай түгелме икән, тип ғалимдар ҙа был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһына башлаған. Һәм бына нимәне асыҡлаған улар.
Атмосфера баҫымы түбәнәйгәндә ҡан баҫымы ла төшөп, ҡан әйләнешенең тиҙлеге кәмей, әммә ҡанда лейкоциттар һаны арта һәм организмда газ күбәйә. Эсте ташырып, ул диафрагманы күтәрә, һөҙөмтәлә тын алыу ауырлаша һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшмәкәрлеге боҙола. Атмосфера баҫымы күтәрелгәндә ҡан баҫымы ла күтәрелә һәм ҡан әйләнешең тиҙлеге арта. Һөҙөмтәлә – кеше үҙен тағы насар тоя.
Елдең тиҙлеге ҡандағы кислородҡа йоғонто яһай. Һауа температураһы менән атмосфера баҫымы ҡайһы бер ферменттарҙың әүҙемлеген үҙгәртә.
Атмосфералағы үҙгәрештәр үҙ-ара бәйле булғанлыҡтан, кешегә лә бер генә фактор түгел, ә бер нисәүһе йоғонто яһай, тип аңларға кәрәк. Мәҫәлән, һалҡын көндә ҡан баҫымы күтәрелә, ә һауала кислород күләме арта. Әммә бынан тын алыуы еңелләшмәй, киреһенсә, кислородтың артыҡ күп булыуы ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә, ә инде атмосфера баҫымы менән һауалағы кислород кинәт кәмегәндә, дымлылыҡ менән температура күтәрелә. Һөҙөмтәлә кеше тағы яфалана – хатта һау-сәләмәт кешеләр ҙә һауа етмәүгә, баштың ауыр булып тороуына зарлана. Француз неврологы Доминик Минье асыҡлауынса, һауа температураһының түбәнәйеүе тромбтар барлыҡҡа килеү ихтималлығын һәм шуның менән инсульт хәүефен арттыра. Америка тикшеренеүселәре тағы бер бәйлелекте асыҡлаған: бала тыуырҙан алдағы ай ныҡ һыуыҡ булһа, психикала үҙгәрештәр йышыраҡ күҙәтелгән.
Беҙгә көн торошоноң киҫкен үҙгәреше генә йоғонто яһамай. Болоттар ҡаплап алған күк йөҙө менән бөтмәҫ-төкәнмәҫ көҙгө ямғырҙар ҙа кәйеф төшөүҙең, юҡ-барға ҡыҙып барыуҙың, депрессияның сәбәбе булыуы ихтимал, ә тын алғыһыҙ эҫе көндәр һуңғы йылдарҙа әллә күпме ғүмерҙең өҙөлөүенә килтергән.
Организмығыҙ һәм психикағыҙ көн торошон нисек ҡабул итер, хатта табип та күҙаллай алмай. Был төрлө факторҙан тора, шул иҫәптән генетик факторҙан. Беҙҙе уратып алған мөхит, ғөмүмән, кешеләргә төрлөсә йоғонто яһай.
Ел иҫһә, бәлә көт
Ел кешенең психиканы айырыуса көслө йоғонто яһай: кешене тынысһыҙлыҡ яфалай, мигрень, һағыш, йоҡоһоҙлоҡ йә төш боларып аптырата. Бындай көндәрҙә енәйәттәр һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны арта.
Һаҡ булығыҙ: ямғыр
Ямғырлы көндәрҙә һәм көслө ел ваҡытында быуындар һыҙлауы көсәйә.
Үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм ревматоидлы артрит менән ауырыусылар айырыуса көн торошо үҙгәрештәренән һаҡлауһыҙ. Һуңғыларының көн температураһы менән атмосфера баҫымы түбәнәйгәндә кинәт дөйөм хәлдәре насарая, быуындары һыҙлай башлай.
Йөрәк сирлеләр көн торошо үҙгәрешен бер нисә сәғәт алдан уҡ һиҙә, хәлдәре насарайыуға зарлана.
Хатта ел йүнәлешенең үҙгәреүе лә баш ауыртыуына, хәлһеҙлеккә, хәүефләнеүгә, быуындар ауыртыуына, стенокардия өйәнәгенә килтереүе ихтимал. Магнит дауылы әүҙемләшкән көндәрҙә иһә ауырыуҙарҙың хәле кинәт киҫкенләшеү хәүефе көслө. Йөрәк ауырыуҙары менән яфаланыусыларға һауа температураһында дымлылыҡтың көслө булыуы һәм йәшен яҡынлашыуы ҙур хәүеф уятыуы мөмкин. Шунлыҡтан табиптар бындай көндәрҙә физик әүҙемлекте кәметеп, дарыуҙарҙың дозаһын арттырырға кәңәш итә.
Томан да ҡурҡыныс
Ҡалалағы томан да бик хәүефле, сөнки һауала бик күп зарралы ҡатнашма туплана. Мәҫәлән, 1952 йылдың 5 декабрендә Англияла бер нисә көн ел әҫәре булмай. Илдең баш ҡалаһы өҫтөндә ҡуйы томан 3 – 4 көн тора. Һөҙөмтәлә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 4 меңдән ашыу кешен яҡты донъя менән хушлашҡан.
Гидрометеоүҙәк хәбәр итә…
Шулай ҙа тәбиғәт климатындағы кинәт үҙгәрештәрҙән һаҡланып була. Әгәр ҙә көндөң үҙгәреүе күҙаллана икән, был осраҡта үҙегеҙ өйрәнгән режимды тоторға кәрәк. Артыҡ көсөргәнеп эшләргә ярамай, шулай уҡ артыҡ оҙаҡ йоҡларға ла кәңәш ителмәй. Мөһим осрашыуҙарҙан, шау-шыулы табындарҙан баш тартып тороу зрур. Эмоциональ һәм физик көсөргәнештәр кешенең һауа торошо үҙгәрешенә яраҡлашыу механизмдарын тотҡарлай. Был иһә йөрәк тибешенең боҙолоуына, ҡан баҫымының кинәт күтәрелеүенә, хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүенә килтерә. Шулай уҡ был осраҡта алдан ниндәйҙер дарыуҙар эсеү ҙә дөрөҫ түгел. Сөнки организмға нисек йоғонто яһарын алдан күҙаллап булмай. Шунлыҡтан хәлегеҙгә, ҡайһы ерегеҙ ауыртыуына ҡарап ҡына эш итергә кәрәк.
Ҡайһы бер кәңәштәр