Дөрөҫ туҡланыу
Бала һау-сәләмәт булһын өсөн, дөрөҫ туҡланыу айырыуса мөһим. Уларға, ғәҙәттә, көнөнә 4 – 5 тапҡыр ризыҡланып алыу кәңәш ителә.
Иртәнге ризыҡ калорияға бай булырға тейеш. Сөнки был ваҡытта бала күп көсөн сарыф итә, әүҙем була. Шуға ата-әсәйҙәргә ярма, эремсек, йомортҡа йәки иттән ризыҡ әҙерләү яҡшы булыр. Какао бик калориялы эсемлек, уны эсеү ҙә көс-дәрт өҫтәйәсәк.
Төшкөлөккә йәшелсә, ярма, һөттән әҙерләнгән аш, өҫтәп итле йә балыҡлы ризыҡ, салат, һут тәҡдим итергә була. Икенсе төшкө ашта еңелсә генә ҡапҡылау өсөн еләк-емеш, һөт йәки кефир, ҡалас һәйбәт. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙы ҡамыр, шулай уҡ печенье, сухари, вафли кеүек кондитер ризыҡтары менән алыштырырға мөмкин.
Кискеһен баланы иртәнге аш кеүек үк ризыҡтар менән һыйлағыҙ, ҡамыр ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Тик менюға ит һәм балыҡ ризыҡтарын индермәгеҙ. Ни өсөн тигәндә, улар баланың нервы системаһын ҡуҙғытасаҡ һәм яй үҙләштерелә.
Баланы дөрөҫ туҡландырыуҙың нигеҙе – тәү сиратта аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар балансы икәнен онотмағыҙ. Был матдәләрҙең етешмәүе һаулыҡҡа насар йоғонто яһай. Мәҫәлән, аҡһымдар — организмдың төҙөлөш материалы, туҡымалар генерацияһы һәм матдәләр алмашыныуы өсөн яуаплы. Улар ҡуҙаҡлы культураларҙа күп. Майҙар организмда туҡлыҡлы матдәләр ташыуҙы һәм кәрәкле гормондар етештереүҙе тәьмин итә. Уларҙы балыҡ һәм сәтләүектән алырға була. Углеводтар иһә – энергия сығанағы. Ҡамыр ризығы, тәм-том, ҡуҙаҡлы культура һәм ярма менән һыйланып, организмыбыҙҙы тулыландырабыҙ.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының күрһәтмәләре буйынса, йәшелсә һәм еләк-емеш дөрөҫ туҡланыуҙың төп өлөшө булып тора. Уларҙы балаға көнөнә кәм тигәндә 400 грамм ашарға кәңәш ителә. Унан һуң ҡуҙаҡлылар аҙнаһына – 50 грамдан 1 – 2 тапҡыр, сәтләүек көнөнә – 40 грамға тиклем.
Тоҙ ҡулланыуҙы көнөнә ярты балғалаҡҡа тиклем сикләү мөһим. Был шәкәргә лә ҡағыла. Уның урынына еләк-емеш ҡулланыу яҡшыраҡ. Артыҡ тоҙ һәм шәкәр организмда шыйыҡсаны тотоп ҡалыуға һәм ауырлыҡты арттырыуға килтерә. Шулай уҡ бала тәм көсәйтеүсе тәмләткестәргә күнегә һәм уларһыҙ ашай алмай башлай.
Һөт ризығы кальций сығанағы тип иҫәпләнһә лә, ул йәшелсәлә, сәтләүектә байтаҡҡа күберәк. Көнөнә бер стакан һөт эсеүгә ҡарағанда шпинатты йышыраҡ ашау яҡшыраҡ, ти белгестәр.
Көндө һыу эсеүҙән
башлатығыҙ
Баланы һыуыҡ булмаған, фильтрланған, татлы булмаған һәм газһыҙ һыу эсергә өйрәтегеҙ. Һут, сәй йәки морс һыу түгел. Кешегә тап һыу етерлек кимәлдә кәрәк.
Көндө ас көйөнсә бер стакан һыу эсеүҙән башлау яҡшы, һуңынан уны 2 – 3 стаканға тиклем еткерергә. Ашар алдынан, көн дауамында, йоҡлар алдынан эсергә кәңәш ителә. Уҡыусы бала һыуҙы мәктәпкә термос йәки шешәгә һалып йөрөтә ала. Ғалимдар иҫбатлауынса, артыҡ арығанлыҡ, стресс, күп кенә «дауалап булмаҫлыҡ» ауырыу һыуһыҙланыуҙан барлыҡҡа килә.
Саф һауа – тәнгә дауа
Көн һалҡынса булғанда ла саф һауала йөрөргә кәрәк. Был баланың үҫеше өсөн бик һәйбәт. Шуға бергәләп тышта йөрөүҙе ғәҙәткә әйләндерегеҙ. «Дәрестән һуң өйгә эшен әҙерләргә кәрәк, өлгөрә алмай», – тиер күптәр. Саф һауала йөрөүҙе көндәлек тәртипкә индерһәң, барыһына ла өлгөрөп була. Тышта йөрөп ингәндән һуң, бала, киреһенсә, бирелгән өйгә эште дәртләнеп эшләйәсәк.
Шулай уҡ бүлмәне йыш ҡына елләтеп алығыҙ. Бигерәк тә быны йоҡлар алдынан эшләргә кәңәш ителә.
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Юҡҡа ғына шулай тип әйтмәйҙәрҙер. Сәләмәт булғың килһә, һәр ваҡыт хәрәкәтләнергә кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, баланың физик әүҙемлеге 30 минуттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ролик, коньки, саңғы, скейтборд, самокат, велосипедта йөрөү кеүек ҡыҙыҡһыныуҙары булһа, бик тә һәйбәт. Улар ҙа иммунитетты күтәрергә ярҙам итә.
Дөрөҫ тын алырға
өйрәтегеҙ
Тын алыу кешенең физик эшмәкәрлегендә лә, психологик торошонда ла бик мөһим роль уйнай. Шуға баланың тын алышын һәр ваҡыт күҙәтеүҙә тотоғоҙ. Һулышы ни тиклем яйыраҡ һәм тигеҙерәк икән, ул шул тиклем сәләмәтерәк була. Ауыр, ҡатмарлы хәлдәрҙә лә дөрөҫ тын алырға өйрәтегеҙ. Юғиһә күптәр был ваҡытта тын алышын тотҡарлап, баш мейеһен, ҡан тамырҙарын һәм мускулдарын кислород менән байытыуҙан мәхрүм итә.
Балағыҙ нисә сәғәт
йоҡлай?
Сәләмәт йоҡо – һаулыҡ нигеҙе. Етерлек йоҡлаһаң, мейе ял итә, организмдың миҙгел ауырыуҙарына ҡаршы тороусанлығы ла көсәйә. Ә әҙ йоҡлау инде иммунитетҡа насар йоғонто яһай, бала йыш ауырый башлай.
Күпме йоҡларға кәрәк һуң, тиһегеҙме? 1 – 2 йәштәгеләргә – 11 – 14, 3 – 5 йәштәгеләргә – 10 – 13, 6 – 12 йәштәгеләргә – 9 – 12, 13 – 17 йәштәге үҫмерҙәргә – 8 – 10, 18 йәштән өлкәндәргә 7 – 8 сәғәт кәңәш ителә. Бында сабыйҙар, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класта уҡыусыларҙың көндөҙгө йоҡоһо ла иҫәпкә алынған.
Г.ШӘЙХЕТДИНОВА,