Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Сентябрь 2023, 19:30

Ололарҙы ниндәй сирҙәр һағалай?

Оло кешенң иң ҡурҡҡаны  хәтерҙе юғалтыу һәм сәләмәтлеге ҡаҡшап, аяҡтан яҙыу. Әммә ваҡытында һаулыҡты ҡайғыртҡанда, быларға юл ҡуймаҫҡа мөмкин. 

Ололарҙы ниндәй сирҙәр һағалай?
Ололарҙы ниндәй сирҙәр һағалай?

 

Ҡартлыҡты киҫәтеү

Ололарҙың иң ҡурҡҡаны – зиһенде, хәтерҙе юғалтыу. Бер кемгә лә сер түгел, йыш ҡына оло йәштәгеләргә Альцгеймер ауырыуы менән сирләү хәүефе янай. Йәшкә бәйле һаулыҡтағы, психикалағы һәм ололарҙың үҙ-үҙен тотошондағы үҙгәрештәрҙе йыш ҡына ҡартлыҡ маразмы тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, алдан үҙеңә ҡарата иғтибарлыраҡ булып, сәләмәтлегең хаҡында хәстәрлек күргәндә,  ҡартлыҡ иҫәрлегенә юл ҡуймаҫҡа мөмкин.

Ғалимдар асыҡлауынса, маразмға килтереүсе мейеләге үҙгәрештәр 20 йәштән 40 йәшкә тиклем үк башлана икән. Тимәк, олоғайған көндә яҡындарыңа бәлә булмаҫ өсөн, һәр кем студент саҡтан уҡ үҙенең нервылары һәм психикаһы тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Нисек,  тиһегеҙме? Ә бына нисек!

Ауырыуҙың төп сәбәбе, әлбиттә, нәҫелдән күсә килеүҙә. Әммә ул 15 процент осраҡта ғына нәҫелдән бирелә, ә ҡалған осраҡта ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә башҡа факторҙар ҙа йоғонто яһай. Мәҫәлән, баш мейеһенең бер нисә тапҡыр йәрәхәтләнеүе был ауырыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Әлбиттә, бәхетһеҙ осраҡтан бер нисек тә һаҡланып булмай. Шулай ҙа кем бер тапҡыр үҙ ғүмерендә баш мейеһенә йәрәхәт алған, уларға артабан айырыуса һаҡ булырға хәүефле хәлдәрҙән ҡасырға тырышырға кәрәк.

Йыш депрессияға бирелеү һәм психиканы яралаусы тормоштағы хәл-ваҡиғалар ҙа баш мейеһенә кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ һәм үҙәк нервы системаһының ауырыуҙарын аҙҙырмаҫҡа тырышығыҙ. Иң яҡшыһы –  ауыр күңел кисерештәренән ҡотолоу өсөн белгестәргә һәм дарыуҙарға  мөрәжәғәт итергә.  

Нисек кенә сәйер булмаһын, Альцгеймер ауырыуы ҡалҡан биҙе сире менән ауырыусыларҙа йышыраҡ күҙәтелә. Тимәк, был органдың сәләмәтлеге тураһында ваҡытында хәстәрлек күрергә кәрәк.

Бынан тыш, кемдең аҡылы һәм белем кимәле юғарыраҡ, маразматиктар сафын тулыландырыу хәүефе шул тиклем кәмерәк. Һығымта: йышыраҡ һоро күҙәнәктәргә күнекмәләр эшләргә кәрәк. Күберәк китап уҡығыҙ, сит телде өйрәнеүҙән дә баш тартырға ярамай. Кроссворд сисеү, шахмат уйнау, компьютерҙа эшләү һәм ижад менән шөғөлләнеү ҙә файҙалы. 

Интеллектуаль сәләмәтлекте һаҡлап алып ҡалыуға шулай уҡ ҡайһы бер дарыуҙарҙы даими ҡулланыу һәм витаминдарға бай туҡланыу рационы ла булышлыҡ итә. Шунлыҡтан һеҙҙең менюла А. Е, С витаминдарғына бай ризыҡтар булыуын хәстәрләгеҙ һәм ярым витаминдар эсергә онотмағыҙ.   

 

Әгәр ҙә әлеге мәлдә үҙегеҙҙең һаулығығыҙға ҡарағанда, оло туғандарығыҙҙың сәләмәтлеге борсой икән, алда һанап үтелгәндәрҙе уларҙың тормошона индерергә тырышығыҙ.

 Ҡартлыҡ килеп ишек ҡаҡҡанда…

Ауырыуҙы иҫкәртеү саралары менән таныштыҡ. Ә бер көн килеп олоғайған туғандарығыҙҙың үҙ-үҙен тотошонда ниндәйҙер сәйерлек һиҙеп ҡалһағыҙ, нимә эшләргә һуң?

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул был хәл 80 йәштә түгел, күпкә иртәрәк тә булыуы  ихтимал. 50 йәштән уҙған әсәйегеҙ, инәйегеҙ, өләсәйегеҙ менән аралашыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуа икән, аптырамағыҙ. Быға  ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошонда үҙгәреш осоро булып торған климакс сәбәпсе.  Кемдер уны тыныс ҡына үткәрә, ә бәғзеләр күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, ярһыусанға әүерелә, кәйефе йыш үҙгәрә: берсә көлә, берсә илай… Был осраҡта уларға асыуланырға ярамай.  Яҡындары менән низағлашыу уларҙың кәйефен тағы ла нығыраҡ төшөрәсәк кенә.  Ауырыу кешегә ҡараған кеүек ҡарарға өйрәнегеҙ. Әсәйегеҙ аяғын һындырып ултырһа йәки башҡа төрлө ауырыу менән сирләһә, уға асыуланмаҫ инегеҙ бит. Был осраҡта ла шулай ҡабул итергә тырышығыҙ һәм уны психотерпевтҡа күренергә күндерегеҙ. Шулай уҡ гинеколог менән эндокринологҡа күренеү ҙә зыян итмәҫ. Улар тәғәйенләгән гормондар нервы системаһын тәртипкә килтерергә лә ярҙам итер.

Онотмағыҙ: климакстан һуң дауалап бөтөлмәгән нервы һәм писхик ауырыуҙар күпмелер ваҡытҡа баҫылып торғандан һуң, яңынан  тағы ла ҡурҡынысыраҡ сир булып ҡалҡып сығыуы ихтимал. Мәҫәлән, хәүефле-һағышлы депресссия. Ул 50 – 60 йәшлек ҡатындарҙа күҙәтелә. Был сир менән ауырыусы кешеләр һәр нәмәлә үҙҙәрен ғәйепләргә ярата йәки ниндәйҙер дауалап булмаған сиргә юлығыуҙары тынғылыҡ бирмәүе тураһында һөйләй. Бер ниндәй һөйләшеү ҙә ярҙам итмәй, был хәлдән сығыу юлын да күрмәй улар. Был хәл бик оҙаҡ йылдар дауам итеүе ихтимал. Сир киҫкенләшкәндә үҙҙәренә ҡул һалырға ла маташыуҙары мөмкин. Шунлыҡтан табипҡа күрһәтергә ашығырға кәрәк. Психиатрҙың ярҙамы мотлаҡ. Хатта күпмелер дауаханала ятып дауаланыу курсы ла үтергә тура килер.

Ололарҙа күҙәтелгән тағы бер етди ауырыу – инволюцион параноид. Ул нимәлә күренә һуң? Йыш ҡына уларға яҡындары аңлы рәүештә зыян килтерергә маташа кеүек: йә фатирынан ҡыуа, йә әйберен урлай, тип зарланалар. Тора-бара был ғәйепләүҙәр арта ғына бара һәм тормошта бөтөнләй булмаҫтай нәмәләр уйлап сығарыла. Киреһен иҫбатлау файҙаһыҙ. Тимәк, был осраҡта ла оло кешене аңлап ҡабул итергә һәм психиатр менән кәңәшләшергә кәрәк.

Оло йәштәгеләрҙә иң таралған ауырыуҙарҙың береһе – ул Паркинсон сире. Был сир менән яфаланыусы кешеләрҙең яртыһының тиерлек писхикаһында үҙгәрештәр күҙәтелә – уларҙа шикләнеү, тирә-яҡтағылар менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо  көслө була, юҡ-барға тиҙ генә көйөп баралар. Шулай уҡ хәтерҙәре, уйлау һәләте насарая. Иң сәйере һәм ҡурҡынысы – уларҙа сексуаль   әүҙемлек көсәйә. Шуныһы өмөтләндерә: ваҡытында психиатрға һәм невропатологҡа мөрәжәғәт иткәндә, сирҙе уңышлы дауалап була.

Һәм ололарҙа иң киң таралған ауырыу – ул ҡартлыҡ маразмы.  Статистика буйынса, уның менән оло йәштәгеләрҙең 25 – 30 проценты яфалана. Бәлә шунда: сир бик яй үҫешә һәм  һиҙелмәй генә кешене юҡҡа сығара. Хәтергә ныҡ зыян килә,  ваҡыт үтеү менән кеше йәш саҡта алған тәжрибәләрен оноторға мөмкин. Был сир менән ауырыған кешене яңғыҙ ҡалдырырға ярамай.  Ғөмүмән, улар ныҡлы ҡарау талап итә.  Ниндәйҙер бер мәлдә уларҙың яҡындарын да танымай башлауы ихтимал. Магазинға икмәккә барып, ҡайтыр юлды таба алмауы ла мөмкин.  Әлбиттә, оло кешенең үҙ-үҙен тотошондағы сәйерлектәргә иртәрәк иғтибар итеп, ваҡытында дауалау сараһын күргәндә, сирҙең үҫешен тотҡарлап була. Ә инде ваҡыты үткән икән,  оло кешене ҡарауҙы дөрөҫ итеп ойоштороуҙы хәстәрләргә генә ҡала. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

 

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: