Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Сентябрь 2023, 11:00

Көҙ һәм хроник ауырыуҙар

Көҙгөһөн, ҡағиҙә булараҡ, хроник ауырыуҙар киҫкенләшә. Көн торошоноң үҙгәреүе кешегә лә насар йоғонто яһай.  Көндөң берсә аяҙытып-йылытып, берсә болотлап һыуытып  тороуы күптәнге сирҙәрҙе  киҫкенләштереп ебәрә.

Көҙ һәм хроник ауырыуҙар
Көҙ һәм хроник ауырыуҙар

 

 Ниндәй ауырыуҙар көҙ көнө үҙҙәре хаҡында белдереүе ихтимал һәм нисек быға юл ҡуймаҫҡа?

Аллергия

Белеүебеҙсә, аллергия яҙғыһын, үҫемлектәр һеркәгә тулышҡан  ваҡытта  ҡотора.  Сөнки үҫемлек һеркәһе иң көслө аллергендарҙың береһе булып тора.  Әммә көҙ ҙә аллергиктар өсөн хәүефле осор һанала. Бының сәбәбе – «йорт аллергендары» – үңәҙ менән талпандар.  Көҙгөһөн тышта  дымлылыҡ көслө булғанда ул беҙҙең өйҙәргә лә үтеп инә.  Үңәҙ обой аҫтында, өй стенаның мөйөшөндә, гөл һауытында, йыуыныу бүлмәһендә, баҙҙа  оҙаҡ ваҡыт йәшәүе ихтимал.  Уларҙың тәүҙә күҙгә салынып та бармауы ихтимал, әммә үҙҙәренең «ҡара эшен» эшләй һәм сәләмәтлеккә зыян килтерә.   Бындай йортта йәшәгән кешелә тәүҙә аллергия билдәләре барлыҡҡа килә.   Ә инде ваҡытында бындай бәшмәктәрҙән ҡотолоу сараһын күрмәгәндә, ул астмаға йәки онкология ауырыуҙарына килтереүе ихтимал.   Талпандарға килгәндә, һүҙ урмандағы ҡанэскестәр тураһында түгел, ә өйҙәге туҙан талпандары тураһында бара.   Улар йомшаҡ йыһазда, тәҙрә ҡорғандарында, түшәк кәрәк-ярағында көн итә.   Уларҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, был әйберҙәрҙәрҙән мөмкин тиклем йышыраҡ туҙанын ҡағып торорға кәрәк.    Шулай уҡ йышыраҡ  еүеш сепрәк менән туҙанды ҙөртөпторорға, иҙәндәрҙе йыуырға, түшәк кәрәк-ярағын алмаштырырға онотмағыҙ. Ҡыҫҡаһы, йортоғоҙҙо таҙа тотоу – аллергиянына һапҡланыуҙың төп сараһы.   

Әйткәндәй, талпандар эҫе ҡояштан ҡурҡа. Шунлыҡтан ҡайһы бер әйберҙәрҙе бер нисә сәғәткә ҡояшҡа ҡуйып алыу кәрәк.  Ә өйҙә үңәҙ бәшмәктәре үрсемәһен өсөн, уны даими елләтеп торорға, һауа температураһын бер үк кимәлдә (20 градус) тоторға кәңәш ителә.   Бәшмәк барлыҡҡа килгән осраҡта, уны тиҙерәк эшкәртергә һәм өйҙә гөлдәрҙе кәметергә кәрәк, сөнки еүеш тупраҡ  уларға үрсеүгә булышлыҡ итә. 

Остеоартрит

 Белгестәр раҫлауынса, кешеләрҙең 50 – 70 проценты көн торошо үҙгәреүҙең  быуындар ауыртыуының көсәйеүенә килтереүенә зарлана. Аяҡ-ҡулдарҙағы элекке йәрәхәттәр, хроник ауырыуҙар үҙҙәре хаҡында йышыраҡ көҙгөһөн иҫкә төшөрә. Был атмосфера баҫымының кәмеүенә, һауа температураһының түбәнәйеүенә  һәм дымлылыҡтың көсәйеүенә бәйле булыуы ихтимал, ти тикшеренеүселәр. Түбән атмосфера баҫымы быуындарҙа шыйыҡлыҡтың артыуына килтерә, был иһә үҙ сиратында шешенеүгә һәм ауыртыуҙың көсәйеүенә булышлыҡ итә.  Нимәһе ҡыҙыҡ, быуындар һыҙлауы һауа температураһының үҙгәреүенән бер нисә сәғәт алда башланыуы ихтимал. Ауыртыуҙы бөтөләй кисектереп булмаһа, хәлде бер аҙ еңелләштерергә мөмкин. Бының өсөн көн торошона ярашлы кейнергә кәрәк.  Шулай уҡ көҙгөһөн быуындар өсөн физик күнегеүҙәр эшләү файҙалы. Аяҡтар ауырта башлаһа, ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн массаж, компрестар, йыллы ваннналар эшләргә кәрәк. Шулай уҡ быуындар һыҙлауы менән яфаланыусыларға алдан уҡ «Глюкозамин» йәки «Хондроитин» кеүек,  һеңерҙәрең сәләмәтлеген хәстәрләүсе дарыуҙарҙы эсә башларға мөмкин.

 Инфаркт миокарды  

  Йөрәк өйәнәктәренең 90 проценты тиерлек  көҙгөһөн йәки яҙ башында була. Ни өсөн шулай? Белгестәр фекеренсә, быға терморегулятор механизмдарҙың боҙолоуы ғәйепле.      Көҙгөһөн ҡандың ойошоусанлығы көсәйә, ул ҡуйыра.   Был иһә йөрәк өйәнәгенә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе.   Был осор  йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге менән проблемалары булған кешеләр өсөн айырыуса хәүефле.   

Ашҡаҙан  һәм бөйән сей яраһы 

 Бындай ауырыуҙар, ғәҙәттә көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын киҫкенләшә.   Бының сәбәбе – атмосфера баҫымының ҡан составына һәм ҡуйылығына йоғонтоһонда, тип иҫәпләй ғалимдар.  Шуны ла оноторға ярамай: көҙгөһөн беҙ йәйгә ҡарағанда әҙерәк витаминдар  алабыҙ, иммунитет насарая, ә ауырыуҙарҙың көсәйеү хәүефе арта.  Ғалимдар ашҡаҙан сей яраһының киҫкенләшеүе менән ҡояштың әүҙемлеге араһында бәйләнеш булыуын да асыҡлаған.   Ультрафиолет нурҙар организмда гистамин бүленеп сығыуын әүҙемләштерә, ә ул үҙ сиратында тоҙло кислота барлыҡҡа килеүгә  булышлыҡ итә.   Көҙгөһөн ашҡаҙан сей яраһы киҫкенләшкән ваҡытта  ҡаты сәй һәм ҡәһүәнән,  ашҡаҙанды ялҡынһындырыусы ҡыҙҙырылған, маринадланған, тоҙло-боросло  ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Шулай уҡ ашаған ризығығҙ артыҡ һыуыҡ та, ныҡ   эҫе лә  булмаһын.   Был осорҙа ашҡаҙан өсөн етен орлоғонан әҙерләнгән кеҫәл  ( 1 стакан орлоҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу) файҙалы. 

 Хроник баш ауыртыуы

Көҙгөһөн кешеләр баш ауыртыуы өйәнәгенә зарлана башлай.   Белгестәр иҫәпләүенсә, был хәлдең 60 проценты көн торошондағы киҫкен үҙгәрештәргә бәйле.   Көҙгөһөн организм барометрҙың күрһәткестәрендәге киҫкен  үҙгәрештәргә нығыраҡ  бирешә.  Күберәк ҡатын-ҡыҙҙар баш ауыртыуы менән яфалана, әммә ир-егеттәр ҙә был сирҙән һаҡланмаған.   Көн торошо тотороҡланыу менән, ғәҙәттә, ауырыу үтә, әммә ниндәйҙер үҙгәреш булыу менән йәнә ҡабатланыуы ихтимал.  Йыш баш ауыртыуы менән яфаланыусы  кешеләргә хуш еҫле майҙар ( бөтнөк, лаванда, розмарин )  һалынған ванна инергә кәңәш ителә.    Шулай уҡ баш ауыртыу өйәнәге башланған ваҡытта  бер генә тамсы эфир майын яңаҡ тирәһенә тамыҙырға  мөмкин.    Баш ауыртыуына ҡаршы иң киң ҡулланылған ысул иһә – берәй төймә анальгетик ҡабыу.   

Көҙгө депрессия

Был иң киң таралған көҙгә сирҙәрҙеең береһелер.    Ул ғәҙәттә иртә көҙҙән башлана һәм яҙға тиклем дауам итә.   Көҙгө депрессияның төп сәбәбе – ҡояш нурының етмәүе.  Ни өсөндөр  көн яҡтыһының ҡыҫҡарыуы депрессияға килтерә.  Белегестәр күҙаллауынса, сәбәбе – күҙ селтәренең һиҙгерлегендә.   Ул кәмеү менән көҙгө депрессия хәүефе арта.   Яҡтылыҡҡа күҙ селтәренең һиҙгерлеге кәмеүе һөҙөмтәһендә    организмға насар сигналдар бара башлай.  Һөҙөмтәлә кешелә  даими арығанлыҡ тойғоһо, йоҡо баҫыу,  иғтибарҙы туплай алмау, хәүеф тойғоһо, бер ниндәй сәбәпһеҙ төшөнкөлөккә бирелеү, апетиттың көсәйеүе күҙәтелә.

 Депрессиянан тыш, көҙгөһөн кешелә башҡа нервы ауырыуҙары ла көсәйә.  Тап ошо ваҡытта кешеләр йоҡоһоҙлоҡ, невроз, психоз һәм хәүеф тойғоһо көсәйеүе менән яфалана.  Көҙгө депрессиянан ҡотолоу өсөн күберәк  саф һауала йөрөргә тырышығыҙ.   Ул һеҙҙең көндәлек ғәҙәтегеҙгә әүерелһен.    Спорт, йүгереү, йөҙөү, бейеү, велосипедта йөрөү менән шөғөлләнегеҙ.   Улар организмда эндорфиндар – кәйефте күтәреүсе гормондар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.  Туҡланыу рационына ла иғтибарҙы көсәйтегеҙ. Ул витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай булһын. Ҡара сәй менән ҡаты ҡәһүә урынына үләндәр төнәтмәһе эсегеҙ.  Иң яҡшы тәбиғи антидепресанттарҙың береһе – мәтрүшкә сәйе.      

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: