Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Август 2023, 07:00

Шифалы ризыҡ – ҡабаҡ

* * *

Ҡабаҡтың үҙендә лә, орлоғонда ла сәләмәтлекте нығытырға ярҙам итеүсе күп кенә матдәләр, айырым алғанда, ферменттар, еңел үҙләштерелгән углеводтар һәм аҡһым, клетчатка һәм пектиндар, сахароза һәм тәбиғи кислоталар бар. Был файҙалы йәшелсәлә организм өсөн кәрәкле матдәләрҙең  – фосфор, кремний тоҙҙары, баҡыр булыуы ла билдәле. Витаминдарға ла, бигерәк тә В төркөмөндәгеләргә бай. Орлоғонда иһә аминокислоталар, эфир майҙары һәм алмаштырғыһыҙ С витамины күп.

Ҡабаҡ, тәү сиратта, организмдағы һыу һәм тоҙҙар алмашыныуына йоғонто яһай, тиҙ арала ундағы хлоридтарҙы сығарырға ярҙам итә, бөйөрҙәрҙе таҙартыу үҙенсәлеген көсәйтә, эс ҡатыуҙы булдырмай. Шул уҡ ваҡытта пектин артыҡ холестерин, ағыу һәм ҡалдыҡтарҙан арынырға ярҙам итә, организмдың һыуһыҙланыуына юл ҡуймай. Аш эшкәртеү юлдарына бәйле ауырыуҙар ваҡытында зыян килгән туҡымаларҙың тышсаһын тергеҙергә ярҙам итә, лайлалы тышсаны организмға ризыҡ менән ингән зыянлы матдәләрҙең йоғонтоһонан һаҡлай. Ҡабаҡ үҙе оҙайлы эс ҡатыуҙы ла дауалай.
Бай составлы булыуы был йәшелсәне файҙалы итә лә инде. Тәү сиратта ул инфаркт, һимереү, төрлө йөрәк ауырыуҙары (бигерәк тә шешенеүҙәр булһа) сәбәпле атеросклероздан яфаланған кешеләргә ярҙам итә. Шәкәр диабеты, хроник холецистит, нефрит, пиелит, гастрит, энтероколит, подагра ауырыуҙарына, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙа шыйыҡлыҡ тотҡарланғанда, климакс осоронда гормондар тигеҙлеге боҙолғанда ярҙам итә. Тән өшөгәндә йә бешкәндә, эритема диагнозы ҡуйылғанда, яралар, экзема булғанда ҡабаҡты ҡырғыста ҡырып, йәрәхәт урынына ҡуйһаң, мотлаҡ ярҙам итә. Халыҡ медицинаһы ла, табиптар ҙа ҡабаҡ менән яһалған дарыуҙарҙы ҡорттарҙы (глисты) ҡыуырға, бөйөр, үт һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда дауаланыу һәм профилактика өсөн ҡуллана.
Ҡабаҡ һуты дауаһы. Дөрөҫ эскән саҡта  бөйөрҙәрҙән ваҡ таштарҙы һәм ҡомдо сығарыуы фәнни яҡтан иҫбатланған. Ҡабаҡ һуты елһенеүҙе кәметә, һыуһынды ҡандыра, бәүел ҡыуҙырыу, тыныс­ландырыу үҙенсәлегенә лә эйә. Бәүел бүленеүҙә тотҡарлыҡтар булһа, табиптар юҡҡа ғына ҡабаҡ һуты эсергә ҡушмай бит.
Ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн 300 г таҙартылған ҡабаҡ орлоғон (ҡыҙҙырылмаған!) яҡшылап иҙергә лә, бер-ике ҡалаҡ бал менән бутарға. Был ҡатнашманы ас ҡарынға яй ғына (бер-ике сәғәт дауамында) ашарға, унан һуң кастор майы йәки эсте йомшартыусы дарыу эсергә кәрәк. Ярты сәғәттән клизма эшләһәң, организм таҙарып ҡаласаҡ.
Холецистит һәм гепатит ваҡытында ҡабаҡ “һөтө” эсеү файҙалы буласаҡ. Ул еңел генә әҙерләнә: 50 г таҙартылған орлоҡҡа 80 мл һыу, 20 г шәкәр һалып, блендер менән иҙергә. Был эсемлекте ас ҡарынға  эсергә кәрәк. Бауыр ауырыуы менән йонсоғандар өсөн махсус төнәтмә лә ярҙам итер: 500 г орлоҡҡа бер литр ҡайнар һыу һалып, ике сәғәт ултыртып торорға. Уны биш-алты тапҡырға бүлеп, бер сәғәт дауамында эсергә.
Үт ҡыуҙырыу өсөн ҡабаҡты күберәк итеп алып, тары менән ябай бутҡа бешерергә. Уға үҫемлек майы, һөт, бал һалып бутарға. Был бутҡаны ай дауамында көн һайын ашарға кәрәк.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: