Һуттар һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, ә сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай. Әммә магазинда һатылған ҡаплылары (шәкәрле, консервантлы) түгел, ә яңы ғына һығылған, тәмләткестәр ҡушылмаған һуттар – улар файҙалы ла, тәмле лә. Шулай уҡ ҡулланырҙан алда ниндәй емеш һуты нимәнән дауа икәнен һәм ниндәй ауырыуҙарға ярамағанлығына иғтибар итегеҙ!
Яңы ғына һығылған алма һуты үт һәм бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Бынан тыш, ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген нығыта. Тик ашҡаҙан аҫты биҙе шешкәндә, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге йәрәхәте, ашҡаҙан һутының әселеге юғары кимәлдә булған осраҡтарҙа татлы алма һутын ҡулланығыҙ йәки һутҡа бер аҙ ҡайнаған һыу өҫтәгеҙ. Әсе сорттан эшләнгән һуттар үрҙә һанап үткән ауырыуҙарҙы ҡуҙғытып ебәреүе бар.
Әсе булһа ла, миләш һутының файҙаһы бик ҙур. Ул микробтарға, яман шешкә ҡаршы тороу, ҡан ағыуҙы туҡтатыу, бәүел ҡыуыу, яраларҙы уңалтыу, эсте йомшартыу үҙенсәлегенә эйә. Шулай уҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта. Аҙ ҡанлылыҡ, юғары ҡан баҫымы, аяҡтарҙағы атеросклероз, эс ҡатыуҙар, организм хәлһеҙлеге, подагра, күтән сығыу, яман шештәр, төрлө ҡан китеүҙә (шул иҫәптән, аналыҡтан ҡан аҡҡанда) файҙалы. Миләш фитонцидлы бәшмәк (фитонцидная плесень), сальмонелдарҙы (йоғошло ауырыу сығанағы булған бактерия), стафилококты (эрен барлыҡҡа килтереүсе бактерия) үлтерә. Әгәр миләш һутын үҙен генә эсә алмаһағыҙ, бер стаканға бер балғалаҡ бал бутап эсергә мөмкин.
Миләш емеше ҡандың ойоусанлығын арттыра. Шуға күрә уны инфаркт, ишемик ҡан һауыу ваҡытында һәм тромбозға тиҙ бирешеүсәнлек күҙәтелгәндә ҡулланырға ярамай.
Ҡара миләш һутын аллергия, ҡан аҡҡан, бөйөрҙәр шешкән, геморрагик диатез, радиоактив нурланыш ваҡытында, ҡандың ойошоуын тотҡарлаусы дарыуҙар менән дауаланғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Тик шуны ла оноторға ярамай: был емеш һуты байтаҡ ауырыуға ярамай. Йөрәктең ишемия ауырыуы, ҡан һауыу, инфаркт осраҡтарында ҡара миләш ашау ҡәтғи тыйыла. Ашҡаҙан һәм бөйән эсәге йәрәхәте, гипотония күҙәтелгәндә, ашҡаҙан һутының әселеге юғары кимәлдә булған осраҡта ла ул емеште һәм һутты ҡулланмаҫҡа кәрәк.
Ҡыҙыл көртмәле һуты эсте еңелсә йомшарта. Шуға күрә уны ашҡаҙан һутының әселеге юғары кимәлдә булғанда, шештәр барлыҡҡа килгәндә эсергә кәңәш ителә. Ул бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә лә эйә. Ҡан баҫымы юғары булғанда, быуындар һыҙлағанда һәм подагра ваҡытында бик файҙалы. Ә бына ҡан баҫымы түбән булһа, үт ҡыуығы елһенһә, бөйөрҙә таш булһа һәм ауырлы саҡта уны эсергә ярамай. Ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуында ла ҡыҙыл көртмәле ашауҙан тыйылып тороғоҙ.
“100 ауырыуға дауа!” тиҙәр балан һуты тураһында. Емештәрҙе һығып алған һут үтә әсе була. Күптәр уны эсә алмай. Шуға күрә баланды бешереп һығылған һутты күпләп ҡулланалар. Ике осраҡта ла уның файҙаһы күп. Гемофилия һәм ҡан китеү ваҡытында был һут ярҙам итә. Уны ашҡаҙанда һәм эсәктә шеш булғанда, климактерик невроз, истерия, хәлһеҙлек күҙәтелгәндә, ҡан баҫымы юғары булғанда сәләмәтлекте нығытыу өсөн эсергә кәңәш итәләр. Бынан тыш, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге йәрәхәтен уңалтыу, ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлегенә лә эйә. Йүтәлде баҫа. Яман шеш менән ауырығанда балан һутын һабаҡтарынан (япраҡтарынан башҡа) яһалған төнәтмә менән бергә эсәләр. Шулай уҡ был һутты тире ауырыуҙары, тимрәү ваҡытында зарарланған урынға ла һөртәләр. Тик ишемия ауырыуы ваҡытында, башҡа ҡан һауғанда, инфаркттан һуң балан һыуы эсергә ярамай – ул ҡандың ойоусанлығын арттыра.