Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июнь 2023, 14:43

«Кешеләргә ярҙам итә алыуым менән бәхетлемен»

* * *

Илфат Тимерзаһит улы Билаловты Илеш районында белмәгән кеше һирәктер. 30 йылдан ашыу үҙәк район дауаханаһында терапевт булып эшләү осоронда ул кемдәр менән генә күрешмәгән дә, кемдәрҙе генә дауаламаған.  Уны хөрмәт итәләр, үҙ эшен яҡшы белеүенә инанғандар һәм дөрөҫ дауалауына һәр саҡ ышаналар.   «Мин эшкә ҡайтҡанда һуғыш ветерандары иҫән ине, хәҙер балаларының балалары миңә килә башланы. Өс быуындарын беләм инде», – ти үҙенең иғтибары, яҡшы мөғәмәләһе менән дә һәр пациенттың күңеленә юл таба белгән  юғары категориялы  табип.  Беҙ уның менән  гәзитебеҙҙең сайтында ойошторолған «Иң яҡшы табип» конкурсы аша таныштыҡ. Бик әүҙем ҡатнашып, иң күп тауыш йыйғайны. 

Табип һөнәрен ул күңеле ҡушыуы буйынса һайлай.   Илеш районының Иштирәк ауылында тыуып үҫкән егет  Ҡарағас   урта мәктәбен та­мам­ла­ған­дан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Өсөнсө курстан һуң әрме сафына алынып, Афғанстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтыр­ға ла өлгөрә.   Ҡайтҡас, йәнә уҡы­уын дауам итә һәм ҡулына диплом алған көндән алып үҙенең тыуған районында – Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһында   эшләй.  Үҙ эшен яратҡан кеше генә шулай бер урында нисәмә йылдар эшләй алалыр, тигән һығымтаға киләм. 
 – Оҡшай, оҡшамаһа эшләп булмай бит инде, – тип минең һүҙҙәремде ҡеүәтләй Илфат Тимерзаһит улы. – Был һөнәрҙе һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем.  Кешеләргә ярҙам итә,   хәлен еңеләйтә алыуы менән оҡ­шай. Ауырығанда кеше йыш ҡына төшөн­көлөккә бирелә, килеп  кү­ренеп, тейешле дауаһын яҙып, бына шуларҙы эсеп ебәрһәң  шәбәйәһең, тиһәң,  кешелә өмөт уяна. Табипҡа ышаналар, уртаҡ тел табыуҙан ғына ла сирле кеше яртылаш терелә. 
Әлбиттә, табиптың эше еңел түгел. Ул көндөң һәр мәлендә ауырыу кешегә ярҙамға барырға әҙер булырға тейеш.  Илфат Тимерзаһит улының да көнө пациенттары менән үтә.   Эш ваҡытында ғына 30 – 40-лап кешене ҡабул итә ул. Өҫтәүенә, йорттарға йөрөп, инва­лидтарҙы, хәрби хәрәкәт ветерандарын, түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы, сәләмәтлеге буйынса хәрәкәттәре сикләнгән пациенттарҙы ҡарай. 
– Һанлаштырыу, компьютер менән эшләү бик күп ваҡытты ала. Пациентты ҡарау өсөн 12 минут ҡына ваҡыт бүленә. Шул ваҡыт эсендә мин уны уны ҡарап, тыңлап, ҡан баҫымын үлсәп, анализға ебәреп,  дауалау тәғәйенләп өлгөрөргә тейешмен. Кәрәк икән, башҡа белгестәргә йүнәлтмә биреп, уларҙың һөҙөмтәһе менән ҡабул итергә лә тура килә. Унан кире әйләнеп килгәнсе икенсе пациентты ҡабул итеү ваҡыты етә, – ти ул, үҙенең эш нескәлектәре менән уртаҡлашып.   
– Әлеге ваҡытта иң күп таралған сирҙәр ниндәй? – тип ҡыҙыҡһынам. 
– Ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәре.   Һөйәк ауырыуҙары ла күп.   Был сирҙәр нилектән килеп сыға һуң? Дөрөҫ туҡланмайбыҙ, хәрәкәт етмәй, аҙ йөрөйбөҙ.  Ашҡаҙан ауырыуҙары, холецистит, панкреатит шулай уҡ туҡланыуға һәм йәшәү рәүешенә бәйле. Хәҙер күптәрҙең эше лә көнө буйы компьютер артында ултырыуҙан ғибәрәт.   Магазиндағы аҙыҡ-түлектең сифаты ла төрлө ауырыуға килтерә.  Элек бойҙай икмәген ашай инек.  Ул сифатлы ла, сәләмәтлек өсөн файҙалы ла була торғайны.
Яман сирҙәр күп.  Был сирҙең нимәнән килеп сыҡҡанын да теүәл генә әйтә алмайҙар.   Әлегәсә уға ҡар­шы торорҙай дауа юҡ, киләсәктә, бәлки, берәй вакцина ла уйлап та­бырҙар. Беҙҙең төп бурыс –   ваҡытында асыҡлап, уның көсәйеүенә юл ҡуймау.  Пациентты ҡараған ва­ҡытта ниндәйҙер шик булһа, тиҙ генә артабан тикшереү үткәрергә ебә­рәбеҙ. Хәҙер профилактика көслө, йыл һайын диспансерлаштырыу үтергә мөмкин. Унда скрининг тикшереүҙәр үткәрелә: маммография, флюорография һ.б. Улар сирҙе ваҡытында асыҡлап, артабан ныҡлап таралыуға юл ҡуймай. Хәҙер халыҡ диспан­серлаштырыуға күберәк килә. Ке­шеләр яңы аңлап, сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ була башланы, – ти тәжрибәле табип,  күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрен барлап.
Бөтә донъяны ялмап алған ҡур­ҡыныс сир – яңы коронавирус ин­фекцияһы ла табиптарға ҙур һынау булды. Медицина хеҙмәт­кәрҙәренең барыһына ла был сиргә ҡаршы көрәшергә тура килде: кемеһе ауырыуҙарҙы өйҙәренә йөрөп дауаланы, кемеһе  «ҡыҙыл зона»ла  эшләне.  Илфат Тимерзаһит улы ла «ҡыҙыл зона»ла эшләп алған. 
– Бик мәкерле сир, тиер инем. Йәшкә лә, бер нәмәгә лә ҡарамай. Бала кеше лә, олоһо ла ныҡ яфалана.  Кемдең ниндәй сире бар, шуны ҡуҙғыта торған ауырыу.    Баш ауырыуҙары менән проблема килеп сыға. Мин уны тәүҙән үк, уйлап табылған сир, тигәйнем инде.  Ысынында шулай бит, махсус рәүештә уйлап сығарып, таратылған сир, – ти ул, ковид тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашып. – Район дауаханаһының инфекция бүлегендә госпиталь асылды.  Ауырыусылар күп кенә бул­ды.  Үҙем дә ике тапҡыр ауырыным. Араһында йөрөгәс, инфекция йоҡмай ҡалмай инде ул. 
Табип дарыуҙар, уколдар менән генә дауаламай, ҡайһы саҡта ваҡытында бирелгән дөрөҫ кәңәше лә ауырыуҙы аяҡҡа баҫтыра.     Илфат Тимерзаһит улынан гәзит уҡыусыларға үҙенең  кәңәштәрен еткереүен үтендек:
– Сәләмәтлекте йәштән үк ҡай­ғыртыу зарур. Тәмәке тартмаҫҡа, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡ­маҫҡа,  спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Хәҙер бының өсөн бөтә шарт  бар бит: фитнес-зал­дар, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, спорт залдары, бассейндар… Ҡалаларҙа ғына түгел, улар райондарҙа ла асыла. Ваҡытында табипҡа күренеп,  тикшерелеп тороп, сирҙе алдан иҫкәртеү мөһим.  Юғиһә, күптәр, ауырыһам, табипҡа барырмын да, ул тәғәйенләгән дауалау курсын үтһәм, элекке хәлемә кире ҡай­тырмын, тип уйлай. Был дөрөҫ түгел.  Бөтә ауырыуҙы ла дауалап бөтөрөп булмай. Ә инде хроник сиргә әүе­релһә, ул ғүмер буйы яфалауы ихтимал. Юҡҡа ғына ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк, тип әйтмәйҙәр бит. 
 Яныңда һине аңларҙай тормош иптәшең булғанда, эштең ауырлығы ла һиҙелмәй. Илфат Билалов та ҡатыны  Ландыш менән 27 йыл иңгә-иң терәшеп ғүмер итә.  Бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Ринат инженер-программист һөнәрен үҙләштерһә, ҡыҙы Лилиә атаһының юлын һайлаған – Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөй.   
 Илфат Тимерзаһит улы үҙенең һөнәри бурысына ғына   түгел, һәр эшкә яуаплы ҡарарға өйрәнгән. «Бер уҡытыусым, башлаған эште аҙағына еткерергә кәрәк, ти торғайны, шуның кеүек, башлаған эште ярты юлда ташлап ҡалдырырға өйрәнмәгәнмен», – ти ул.  Уның был  сифаты «Йәшлек» гәзите ойошторған «Иң яҡшы табип» конкурсында еңеүгә лә килтергәндер, тигән ышаныс ҙур.  «Афарин!» тиергә генә ҡала.  
Илеш районы Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының участка терапевы Илфат Билаловтың намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. Әммә табип өсөн иң ҙур баһа –  пациенттарының   рәхмәт һүҙҙәре. Шуныһы һөйөнөслө:  30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә ул бындай һүҙҙәрҙе  йыш ишетә. 

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: