Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Декабрь 2022, 11:00

Сусҡа киҙеүе нимәһе менән хәүефле?

 Һалҡындар башланыу менән   вирустар, киҙеү йонсота.  Быйыл иһә сәләмәтлек өсөн айырыуса хәүефле булған сусҡа киҙеүе таралыуы тураһында иҫкәртәләр.  Уныһы ҡайҙан килеп сыҡҡан сир һуң? Ысынлап та, шулай хәүефлеме?

Сусҡа киҙеүе нимәһе менән  хәүефле?
Сусҡа киҙеүе нимәһе менән хәүефле?

  

 Нимә ул сусҡа киҙеүе һәм ни өсөн уның менән кешеләр ауырый?

Сусҡа киҙеүе  – сусҡаларҙы зарарлаусы киҫкен  респираторлы вируслы инфекция. Был сир бик һирәк осраҡта ғына кешеләр араһында тарала, ғәҙәттә, кеше уның сирле хайуандан йоҡтора.

Әммә вирус бик ныҡ үҙгәреүсән, шунлыҡтан ул сусҡа киҙеүенән кешенекенә әүерелеүе ихтимал. Мәҫәлән,сусҡа бер юлы вирустың бер нисә төрө менән зарарланған булһа, уның  ҡуҙғытыусылары бергә ҡушылып, бөтөнләй яңы вирус барлыҡҡа килтерә. Был яңы вирус кешегә йоҡһа, тиҙ тарала һәм пандемия хәүефе барлыҡҡа килә.  Кеше организмында уға ҡарата антитәнсәләр булмағанлыҡтан, таралырға бер нәмә лә ҡамасаулыҡ итмәй. 2009 йылда тап  шулай була. 2010 йылда пандемия бөтә, әммә вирус юғалмай, ул миҙгел ауырыуына әүерелә. Шунлыҡтан уға  ҡаршы йыл һайын прививка эшләтеү кәрәк.

Әле сусҡа киҙеүе эпидемияһы тураһында һөйләгәндә, миҙгел штамдарының яңы варианттарын күҙ уңында тотабыҙ, ә кешеләр  туранан-тура сусҡанан ауырыған киҙеүҙе түгел.

Нисек зарарланалар?

Вирус  кеше сөскөргәндә, йүткергәндә йәки һөйләшкәндә һауа-һыу тамсылары аша йоға.   Был тамсылар  кешенең танауына, ауыҙына йәки һауа менән бергә үпкәһенә эләгеүе бар.   Бик һирәк кенә  кеше уны әйбер аша йоҡтора, йәғни ҡулы менән вируслы әйбергә ҡағылып, һуңынан ҡулын ауыҙына йә танауына тейҙергән осраҡта.  

Сусҡа киҙеүе икәнен нисек аңларға?

Киҙеү төрҙәренең билдәләре бер-береһенән әллә ни айырылмай, әммә ауырыуҙы  башҡа киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларҙан айырырға мөмкин.

   Киҙеү шуныһы менән айырыла:

  • Сир ҡапыл башлана;
  •   3–5 көн дауамында температура юғары була;
  •  тымау менән йүтәл көслө түгел;
  • баш ауырта;
  • мускулдар ауырта;
  • хәлһеҙлек йонсота, һауыҡҡандан һуң да бер-ике аҙна дауам итә;
  • аппетит юғала.

Төрөнә ҡарап, ҡайһы берәүҙәрҙә йүтәл менән тымау көслөрәк булыуы һәм  эс китеп, ҡоҫтороп яфалауы ихтимал.

Был сирҙе ковидтан нисек айырырға?

Үҙаллы бер нисек тә айырып булмай. Анализ бирергә кәрәк.

Эш шунда, ике ауырыу ҙа киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияға ҡарай. Шунлыҡтан  температура,  һәр икеһендә лә тымау, йүтәл, мускулдар ауыртыу кеүек билдәләр була. Ковид булғанда ҡайһы бер осраҡта  тәм тойоу юғалыуы ихтимал. Әммә һиҙелерлек айырма ла бар.  Коронавирус төҙөлөшө буйынса киҙеү вирусына ҡарағанда күберәк аденовирусҡа оҡшаған. Шунлыҡтан ул тиҙерәк тарала. Ошо сәбәпле   вакцина менән киҙеүгә ҡаршы дарыуҙар  коронавирусҡа ҡаршы эшләмәй.

Ҡасан «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға?

Ололарға:

      

  • Тын алыу ауырлашһа йә тын етмәһә;
  • күкрәк ситлегендә ауыртыу булһа;
  • оҙайлы баш әйләнһә;
  • тән тартышһа;
  • ауырыуҙың хәле насарайһа;
  • көслө хәлһеҙлек булғанда һәм мускулдар ауыртҡанда.

Балалар өсөн:

  • Тын алыуы ауырлашһа;
  • ирендәре күгәрһә;
  • күкрәк тәңгәле ауыртһа
  • мускулдары ныҡ ауыртһа;
  • тәне тартышһа;
  • хәле насарайһа;

Сусҡа киҙеүен нисек дауаларға?

Ауырыу ныҡ көслө булмағанда:

  • Ятып ҡына торорға
  • күберәк һыу эсергә;
  • еңелсә ашарға;
  • кәрәк икән, температураны төшөрөүсе дарыу эсергә.

Ныҡ ауырығанда табиптың вирусҡа ҡаршы дарыуҙар тәғәйенләүе мөмкин.  Улар ауырыуҙы еңелерәк  һәм тиҙерәк үткәрергә ярҙам итер. 

Сусҡа киҙеүенән сәләмәтлеккә  зыян киләме?

Ғәҙәттә, киҙеү эҙһеҙ үтә, әммә ҡайһы бер осраҡта өҙөклөктәргә килтереүе ихтимал.  Мәҫәлән, ҡолаҡ һыҙлауы мөмкин. Иң ҡурҡынысы иһә тын етмәү, үпкәнең (пневмония), йөрәктең (миозит), мейенең (энцефалит), муслкулдарҙың (рабдомиолиз)  ялҡынһыныуы, сепсис һәм үлем.

Нисек һаҡланырға?

Киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы сараһы – йыл һайын прививка эшләтеү. Шулай уҡ ОРВИ-нан һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк:

  • сөскөргән һәм йүткргән ваҡытта танауҙы салфетка менән ҡапларға;
  •  күҙҙәргә, танауға, ауыҙға ҡул менән йыш ҡағылмаҫҡа;
  •  ҡулды йышыраҡ һабынлап йыуырға;
  • һабын менән йыуыу мөмкинлеге булмағанда, дезинфекциялау сараһы менән эшкәртергә ;
  •  сирләгән кешеләрҙән алыҫыраҡ йөрөргә;
  •  шәхси әйберҙәрең (сынаяҡ, таҫтамал һ.б.) үҙең генә ҡулланырға.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: