Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Октябрь 2022, 07:00

Баш шаулауын нисек баҫырға?

«Башым шаулай» тигәнде кешеләрҙән йыш ишетергә була. Айырыуса  ололар һәм урта йәштәгеләр зарлана. Әйткәндәй, ауырыуҙың был билдәһен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ул яңы башланып торған склероз, мейе һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары тураһында иҫкәртеү булыуы ихтимал. Ғәҙәттә ҡан баҫымы  юғары булғанда баш шаулай. 

Ваҡыт үтеү менән ҡан тамырҙары тығыла һәм үҙҙәренең һығылмалы­лығын юғалта. Был организмға ҙур зыян килтерә, сөнки ҡан тамырҙары буйлап органдарға туҡлыҡлы мат­дәләр һәм кислород бара алмай. Ошо арҡала ҡан баҫымы күтәрелеп  баш шаулай башлай. Кешенең хатта күреү һәләте насарайыуы ихтимал. 
Дарыуҙар ваҡытлыса ғына ауырыуҙы баҫа, әммә төп сәбәбен бөтөрмәй.  Ҡан тамырҙарын дарыу үләндәре ярҙамында  таҙартырға һәм һығылмалылығын ҡайтарырға мөм­кин. Бында көтөүсе муҡсаһы  үләне ярҙамға килер. Был үҫемлек  ҡан баҫымын көйләргә ярҙам итә, баш ауыртыуын баҫа, ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеген яҡшырта, бөйөрҙәрҙе, бауырҙы, бәүел ҡыуығын, ҡан тамырҙарын, нервы системаһын дауалай. Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн уны түбәндәгесә ҡулланырға кәрәк:
1. Кистән ике балғалаҡ көтөүсе муҡсаһы япрағына бер стакан һалҡын һыу ҡойорға, иртәнсәк һөҙөп, көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда икешәр  ҡалаҡ эсергә. 
2. Бер балғалаҡ үҫемлеккә  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда  ¼ стакан эсергә, ә дүртенсеһен йоҡлар алдынан эсергә кәрәк. 
3. Баш шаулауынан шулай уҡ   йәшел фасоль ҡуҙағын да фай­ҙаланалар. Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән ҡуҙаҡҡа  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә.  Әҙер  төнәтмәне  һөҙөп алғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда  берәр ҡалаҡ эсергә. Һәр ике көн һайын бер көнлөк тәнәфес эшләргә онотмағыҙ. Дауаланыу курсы – ике аҙна.
4. Ике ҡалаҡ һуған  ҡабығы менән гөлйемешкә биш ҡалаҡ ылыҫ ҡушып, өҫтөнә ярты литр араҡы ҡойорға һәм  өс минут талғын утта ҡайнатырға. Уттан алғас,  өс сәғәт ҡараңғы урында төнәтергә.  Әҙер төнәтмәне һөҙөп алғандан һуң, көнөнә өс тапҡыр ¼ стакан эсергә.

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: