Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Февраль 2022, 09:00

Көндәлек алып барыу хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итә

 Күп кешеләр хәтер юҡлығына зарлана. Баҡһаң, өс ябай ғәҙәт хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итә икән.

Көндәлек алып барыу хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итә
Көндәлек алып барыу хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итә

Һәр ваҡыт яңы нәмәгә өйрәнегеҙ

Тәү ҡарашҡа ғәҙәти яңғыраһа ла, ләкин, белгестәр иҫбатлауынса, баш мейеһе даими рәүештә  әүҙемлеккә мохтаж, шуға ниндәйҙер яңы белем алыу – иң һәйбәте. Аңыбыҙ яңы мәғлүмәтте ҡабул иткәс, мейелә яңы нейрон бәйләнеше барлыҡҡа килә, хәтерҙең торошо ла уларҙан тора. Был йәһәттән ижади күнекмәләр бик һөҙөмтәле буласаҡ.

Көндәлек алып барығыҙ                    

Башыбыҙҙағы уй-фекерҙәр яҙма рәүештә сағылдырыуға мохтаж. Барыһын да матур блокнотта, компьютерҙа йәки социаль селтәрҙә яҙып барырға мөмкин. Тик бының өсөн тыныс ҡына ултырып, тәүҙә иғтибарығыҙҙы туплап алығыҙ ҙа, унан текст яҙыуға тотоноғоҙ.

Туҡланыу рационында файҙалы майҙар булыуы.

Һау-сәләмәт булыу өсөн  баланслы туҡланыу ҙа мөһим. Когнитив һәләттәргә омега-3 бик яҡшы тәьҫир итә, ти ғалимдар. Улар мейе күҙәнәктәрендә мембраналар төҙөүҙә ярҙам итә, шулай уҡ шешеү реакцияларын булдырмай. Омега-3 майлы балыҡта, сәтләүектәрҙә, орлоҡтарҙа, авокадола һәм зәйтүн майында бар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: