Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Ноябрь 2021, 07:52

Ҡалҡан биҙенә иғтибарлы бул!

Ҡалҡан биҙе организмдың – йөрәктең, эндокрин, репродуктив һәм нервы системаларының, бөтә ағзаның – эшләүен генә түгел, аҡыл ҡеүәтен, хис-тойғолар тигеҙлеген, кәйефте лә көйләй. Уны ҙур оркестрҙың бәләкәй генә дирижеры тип тә атайҙар.

Ул –  ҡатмарлы гормональ системаның үтә мөһим өлөшө. Унда  етештерелгән тиреоидлы гормон­дарҙа йод ҡан плазмаһындағынан 300 мәртәбә күберәк. Был гормондар ҡандағы аҡһым менән берләшеп, организмдың бөтә туҡымаһына үтеп инә, кислород ҡулланыу тиҙлеген көйләй, инсулин һәм адреналин менән бергә күҙәнәктәрҙе аминокислоталар һәм шәкәр менән байыта, файҙалы матдәләрҙе һеңдерергә, зыянлыларын сығарырға ярҙам итә. Ҡалҡан биҙе гормондарының матдәләр алмашы­ныуын көсәйтеүе һөҙөмтәһендә организм етеҙерәк үҫешә. Мейенең интеллект өсөн яуаплы эшмәкәрлеге генә түгел, тойғолар өсөн яуаплы өлөшө лә уның гормондары күҙәтеүендә.

   Йод ҡытлығы күҙәтелмәһен өсөн был матдәне көнөнә кәмендә 200 мкг ҡулланырға кәрәк. Йодлы тоҙ ҡулланыу – иң яҡшы профилактика. Хәтер һәм интеллект туранан-тура аҡһым алмашыныуына бәйле, уныһы иһә йодлы гормондарҙың кимәленән тора. Бәпес табыуҙы планлаштырғанда табип менән кәңәшләшеп, анализ биреп, бала яралғансы өс ай алдан йод препараты эсергә кәрәк. Был сабыйҙың  мейеһенең дөрөҫ үҫешенә йоғонто яһай. Ҡартайғанда бала аҡылы инмәһен өсөн өлкән кеше организмында ла йод етерлек булырға тейеш.

Ҡалҡан биҙе  гормондары кимәле түбән булғанда гипотериоз тигән ауырыу барлыҡҡа килә. Сир әкрен үҫешә, оҙаҡ ваҡыт беленмәй. Уның билдәләре күп төрлө. Кеше хәлһеҙлеккә, ҡапыл хәтере насарайыуға, йоҡомһорауға, тәне шешенеүгә, эсе ҡатыуға зарлана. Һиме­реү, температура түбәнәйеү, матдәләр алмашыныуы әкренәйеүҙән гел өшөү, иртә атеросклероз, телмәр һәм фекерләү һәләтенең һүлпәнәйеүе, бауыр ҙурайыуы – ошо сир билдәләре. Атла­ғанда тын ҡыҫыла, йөрәк ауырта, уның тибеше әкренәйә, ә күләме ҙурая, йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙарҙың күреме туҡтай. Тән тиреһе тотоп ҡарауға һалҡын, кибеп тора, тубыҡ һәм терһәк тиреһе төләй. Был сир булғанда ҡатын-ҡыҙҙың ауырға ҡала алмауы ла ихтимал. Әсә булырға йыйынған ҡатындарҙа тиреоид гормондар ҡытлығы йөклөлөк өҙөлөүенә, сабыйҙың етлекмәй йәки үле тыуыуына килтерә.

Ҡалҡан биҙенең икенсе бер сире тиреотоксикоз тип атала. Ул, киреһенсә, биҙ эшмәкәрлеге ныҡ көсәйгән саҡта үҫешә. Тиреотоксикоз һирәгерәк осрай (ҡалҡан биҙе ауырыуҙарының 7 процентын тәшкил итә), ләкин ныҡ ауыр үтә. Кеше, ҡағиҙә булараҡ, ябыға, тынғы-һыҙға әйләнә, борсола, күп һөйләй. Ауырыуҙарҙың ҡиәфәтендәге уртаҡ һыҙат: аптыраған һымаҡ ҡараш, ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәре атылып сығып килгәндәй тойола. Ҡалҡан биҙенең бер аҙ ҡалҡып тороуы йә бик ҙурайыуы ихтимал. Былар – тышҡы билдәләр, иң хәүефлеһе – йөрәк-ҡан тамырҙарының ҡаҡшауы. Ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәк күкрәктән сығырҙай булып тибә, сир бик көсәйгән, дауаланмаған осраҡта хатта туҡтауы ла мөмкин.

Шулай уҡ ҡалҡан биҙендә төйөр, шеш барлыҡҡа килеү, боғаҡ шешеү (зоб) кеүек сирҙәр ҙә, ваҡытында дауаламаһаң, ауыр эҙемтәләргә килтерә.

Йод етешмәүҙән балалар ҙа интегә. Зиһен үҫешенә йоғонто яһаған был матдәгә ҡытлыҡ аҡыл зәғифлегенә, үҫештең тотҡарланыуына килтерә. Балалар йыш ауырый, гел йоҡомһорап йөрөй. Йылы бүлмәгә инһә лә өшөй, бер сәбәпһеҙгә илай башлай. Күҙ аҫты ҡарая, ҡул-аяҡтары шешенә. Мәктәптә насар өлгәшә, материалды үҙләштерә алмай, хәтере насарая. Әгәр ҙә ошондай билдәләр бар икән, балағыҙҙы табипҡа күрһәтегеҙ.

Йод препаратын табип менән кәңәшләшеп кенә эсеү мотлаҡ. Был матдәгә ҡытлыҡ булмаһын өсөн даими рәүештә диңгеҙ балығын, кәбеҫтәһен ашау файҙалы.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровЗухра Ягудина
Читайте нас: