Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Октябрь 2021, 07:42

Паразит селәүсендәр яман шешкә лә килтерә

Кеше организмында паразит селәүсендәр күпләп йәшәй, һәм улар ауыр сирҙәргә килтерә.

 Йыл һайын ер шарындағы 15 миллион кеше ошо гельминттарҙың зыянынан вафат була. Гепатиттан алып яман шешкә тиклем еткереүсе был паразиттар кеше организмының бөтөн ағза­һында ла яйлы итеп урынлаша. Уларҙы билдәләү һәм юҡ итеү бик ҡатмарлы. Бының өсөн махсус анализдар тапшырырға кәрәк.

Таҫма һымаҡ селәүсендәр яман шешкә килтерерлек көскә эйә. Уларҙың йомортҡалары ашҡаҙандың лимфатик төйөрҙәренә эләккәс, яман шеш күҙәнәктәренә әүерелеп, ҙур тиҙлектә тарала башлай. Тағы бер киң таралған осраҡ – кешенең баш мейеһенең паразиттар менән зарарланыуы. Был невроздарға килтерә, кеше тиҙ арый, ҡыҙып бара, кәйефе тиҙ үҙгәрә.

Ниндәй билдәләр эсәктә зарарлы селәүсендәр булыуын дәлилләй? Аллергия (тире боҙола, күҙҙәр йәшләнә, тымау), йыш һыуыҡ тейә, ангина, тымау, хроник арыу күҙәтелә, баш ауырта, эс ҡата йәки эс китә, быуындар, мускулдар ауырта, тынғыһыҙлыҡ борсой.

 

Паразиттар организмға нисек эләгә?

Йыш ҡына улар бысраҡ ҡулдар, ҡайнар һыу менән бешекләп йыуылмаған йәшелсә-емеш, йәшел тәмләткестәр, йорт хайуандары аша эләгә. Беренсе ҡарашҡа таҙа тойолған мөхиттә һәм тәмле ризыҡтарҙа кеше өсөн бик күп зарарлы организм йәшеренгән.

 

Нисек дауаланырға?

Селәүсендәргә ҡаршы киң таралған дауа – әрем, еҙтөймә (пижма) төнәт­мәһен  аҙ ғына миҡдарҙа көнөнә бер нисә мәртәбә ас ҡарынға  эсеү.

Ҡабаҡ орлоғо ла паразиттарҙы сығарыу һәләтенә эйә. Уны ваҡлап, өҫтөнә аҙ ғына һыу ҡушып, ас ҡарынға  ҡулланалар. Өс сәғәт үтеүгә магнезия иретмәһе эсергә кәңәш ителә. Ул былай әҙерләнә: 10 – 30 грамм порошокҡа 100 мл ҡайнар һыу ҡушыла.

Һарымһаҡ менән һөт тә – гельминттарға ҡаршы яҡшы дауа. 10 һарымһаҡ бүлкәтен таҙартып, бер стакан йылы һөткә һалырға. Бер сәғәт тотҡас, эсергә.

Аскариданан гранат ҡабығы ла ҡотолорға ярҙам итә. Уның төнәтмәһен көнөнә йотомлап 3 – 4 тапҡыр эсергә.

Әлеге ысулдар барыһына ла килешеп етмәҫкә мөмкин. Шуның өсөн тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: