Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Сентябрь 2021, 07:00

Ни ҡылһағыҙ ҙа уйлап ҡылығыҙ!

Төрлө хәл бар тормошта.

Ҡайнай ғына кеше ошо йәшәйеш йыл­ғаһында: бер батып, бер ҡалҡҡаны, сумғандан һуң юҡҡа сыҡҡаны, бер ҙә “еүешлән­мәгәне” лә бар. Һеҙгә нисектер, әммә миңә ҡыҙыҡ ошо “йылға”­ның иңен-буйын, тәрән­леген айҡауы, байҡауы. Хатта үҙемә генә атҡарырға ла түгел, кешеләр тәжрибәһе менән бүлешә.

Психологияға 2002 йылда килдем. Ошо уҡ йылда “Йәшлек”тә тәүге ижад емешем донъя күрҙе. Уны уҡыған яҡын туғандарым­дың береһе мине әрләп тә киткәйне хатта. Шуға ҡарамаҫ­тан, емешле дуҫлығыбыҙ әле лә дауам итә, мин йәштәр баҫма­һында ҡала киләм. Үткәрелгән консультацияларым буйынса тәҡдим ителгән материалдар  тик клиенттарымдың рөхсәте менән генә гәзит биттәрендә донъя күрә. Башҡортоста­ныбыҙ­ҙың төрлө төбәгендә йәшәгән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре ситуацияла үҙҙәрен “таный”, башҡасараҡ әйткәндә, йә идентификация, йә проекция үткәреп тә ҡуялар. Рәхмәт яуһын үҙҙә­ренә: кемдәрҙер йыбанмай миңә кәңәш тулы хат яҙа, кемдәрҙер  йоҙроҡ төйә, кемдәрҙер, аҡла­нып, киреһенсә булды был хәл, тип иҫбатларға маташа.

Ә кемдер, ни тиклем ҡыйын булһа ла, ҡурҡһа ла, үҙенең күңелендәген асып һала. Тай­пыл­маһын ине башҡалар, ти­гәндән аҫтағы хәлде бергәләп бәйән итергә булдыҡ. “Тап ошо ваҡиғанан һуң тормошом сел­пәрәмә килде. Эшемдән ҡыу­ҙылар. Ҡатыным айырылды. Бер нәмәһеҙ урам буйында тигәндәй тороп ҡалдым. Енәйәт эше астылар. Миңә нисек йәшәргә?” – тип баш вата бер ир уҙаманы. Һүҙ ҙур ғына ойошмала эшләгән кешенең мутлашыуы тураһында. Әйткәндәй, енәйәт эшен дә ошо статья буйынса ҡуҙғатҡандар.

Бына күҙ алдына килтерегеҙ әле: яҡшы аҡса түләгән ойошмала водитель булып эшләгән урта йәштәрҙәге ир. Коллективта абруйы бар, хужалар уға төрлө форс-мажор килеп сыҡһа мөрәжәғәт итә ала – сөнки эшләгән дәүерҙә ир үҙен ышаныслы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, премиялар ҙа арыу ғына, ғаилә – бөтөн. Донъя түңәрәк, шулаймы? Рәхәт. Бигүк түгел икән шул! Бер проблемаһыҙ йәшәгән ир башҡаларҙың аҡса үҙләштергәнен һиҙеп ҡала. Бер аҙ күҙәткәс, был эште үҙе лә атҡара. Булдыра алыуы ниндәйҙер көс биргән һымаҡ! Икенсе, өсөн­сө­гә... Алтмы­шын­сыға... Йөҙөнсө­гә... Ойошманың хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре ҡу­лынан тотҡансы мутлаша. Уға бөтәһен дә һөйләп бирергә тура килә. Шулай уҡ кемдәрҙең уның менән бергә урлашҡанын да. Енәйәт эше “Төркөм менән килешеп ойош­торолған мутлашыу” тип үҙгәрте­лә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүемдән сығып ҡына әйтә алам: бының өсөн төрмә үк янамай, шулай ҙа хөкөмгә тарт­тырасаҡтар. “Бер кем дә миңә ярҙам итмәй хәҙер”, – тип бошона бөгөнгө көндә геройыбыҙ.

Кеше үҙенә үҙе проблема уйлап сығарырға бик маһир, тигән фекер менән килешә­һе­геҙме? Һәм беҙ һәр кемебеҙ ҙә шулай. Йәшем үтеп бара, тип кейәүгә сыға­быҙ; бөтәһенең дә балаһы бар, тип бала табабыҙ; күптәр шу­лай йәшәй, тип ярат­маған эштә бил бөгә­беҙ; ҡиммәтле тун өсөн үлә яҙып кредит түләйбеҙ; ипотеканы ҡаплап бөт­кәнсе генә ғүмер бир, тип ял­барабыҙ... Артабан теҙмәне үҙегеҙ ҙә дауам итә алаһығыҙ – миңә “ҡараңғы”. Тағы ла бер ҡабатлайым – кеше үҙенә үҙе таба. Бында кемдеңдер ғәйебе юҡ. Ҡулың менән эшләгәнеңде иңең менән күтәрергә генә ҡала. Башҡаса юл юҡ. Тик, ҡәҙерле кешем, был хәҡиҡәтте аңлар өсөн һиңә әҙерәк кенә башыңды эшләтергә тура килер. Һәм бөтә һорауыңды тик үҙеңә йүнәлтеү – мотлаҡ. “Ни өсөн мин сит кешенең мөлкәтенә (иренә) ынтылдым, ни етмәне миңә, ниңә туҡтаманым, ни уйланым, нимәгә өмөтләндем, ниндәй тормош дәресе алдым мин?” Бына бер кәлимә һорауҙар. Яуапты үҙеңдән эҙлә.

P.S. Өҫтәге ябай ғына һорауҙарҙы ни ҡылыр булһаң да үҙеңә биреп өйрән. Яуаптар күп кенә “бушты бушҡа бушатыу”ҙан йәки хатта оло проблемаларҙан аралар. Күрше Мәфтуха инәй мәрхүмәкәй әйт­мешләй, “уйлап ҡара башың менән”. Хәҙер нимә эшләргәме? Йәшәргә! Ҡылғаны – ҡылынған, тормош дауам итә. Киләсәк – һинең ҡулыңда.

 

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:ПМИ Йәшлек
Читайте нас: