Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Февраль 2021, 08:12

Ҡасҡалаҡ ирҙе атай тип танытырға була

Мин ирем менән законлы никахта булманым. 11 йыл бергә йәшәнек. Ике балабыҙ бар. Балалар тик үҙемә яҙылған, сөнки яңғыҙ әсәйҙәргә дәүләттең ярҙамы ныҡ тейә, тине үҙ ваҡытында ирем. Хәҙерге көндә ул беҙҙе ташлап китте. Күрше ауылда ғына йәшәһә лә, кил­мәй, күренмәй, аҡсалата ярҙам итмәй. Балалар телефондан шылтыратһа ла, һөйләшә һалып бармай. Кешеләрҙән һораһам, төрлөсә кәңәш итәләр. Мине борсоған һорауҙарға, бәлки, һеҙ яуап бирерһегеҙ, тигән өмөттә мөрәжәғәт итәм. Иремде нисек балаларҙың атаһы итеп танытырға? Нисек алимент юлларға? Фирҙәүес.

Алиментты тик балаларҙың атаһынан ғына “таптырырға” була. Ә баланың атаһы тип уның тыуыу тураһындағы таныҡлы­ғында яҙылған кеше таныла. Әсәй кеше тарафынан уйлап сығарылған исем-шәриф яҙы­лыуы ла, баланың атаһы тап ул, тигәнде аңлатмай. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ ни сәбәптәндер (яңғыҙ әсә статусы льготаны күберәк бирә тип һанамаһа инде) законлы никахһыҙ бала таба икән, ЗАГС органдарына баланың биологик атаһы менән бергә барыу мотлаҡ. Шул ваҡытта ғына атайҙың исем-шәрифе баланың төп документына индерелә. Әлбиттә, әгәр ҙә ир кеше баш тартмаһа инде.
Фирҙәүестең ситуацияһында ла ябай ғына процедуралар аша ҡасҡалаҡ ирҙе атай тип танытып була. Бының өсөн судҡа дәғүә ғаризаһы менән сығырға талап ителә. Унда ҡасандан алып ир менән йәшәгәнегеҙҙе, кемдәр менән күрше булғанығыҙҙы, туғандарығыҙҙы күрһәтеп яҙаһығыҙ. Улар һеҙгә шаһит булараҡ кәрәк буласаҡ. Суд талап иткән бөтә документты алып бараһығыҙ ҙа – вәссәләм! Ир кеше тартҡылаша ҡалһа, суд аша ДНК анализы тапшырырға тура киләсәк. Суд процесы тиҙ генә атҡарыла торған эш түгел, зинһар, сабырыраҡ булығыҙ.
Быны әйтмәй булдыра алмайым – мин үҙем дә ҡыҙымды яңғыҙ үҫтерәм. Уны тик үҙем генә үҫтереремде, “бүрәнәнең иң ауырын” үҙемә генә күтәрергә тура киләсәген асыҡ аңлап, хәлемде ихлас ҡабул иткәйнем. Йәғни, үҙемдең һәм баламдың яҙмышы өсөн яуаплылыҡты ҡыуанып, шатланып тулыһынса үҙемә алдым. Әлбиттә, ҡыҙым атаһы менән аралаша, күрешеп торалар. Шулай булһа ла, бер генә минутҡа ла яуаплылыҡ үҙемдә икәнен онотмайым. Ә ир менән йәшәп тә, яңғыҙ әсәй статусы ҡыҙыҡһындырғандарға шуны әйтәм: дәүләттең айлыҡ пособиеһы 599 һум булып китте әле! Ошо аҡса күп күренһә, балағыҙҙың документына тере, бер йортта йәшәгән атаһын яҙҙырмағыҙ. Тик тормошта төрлө хәл килеп сығыуы бар, шуны онотмағыҙ.
Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.
Читайте нас: