Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Декабрь 2020, 17:04

Тиренең дә иммунитеты ҡаҡшай

Йәки нимә ул пиодермия?

Сәләмәт кешенең тиреһендә микроорганизмдар йәшәй. Улар вирустар, бәшмәктәр, төрлө таяҡса һәм кокк флора. Тире иммунитеты һаҡлаусы барьер булдыра алғансы тиклем улар бер-береһе менән тыныс ҡына һыйышып йәшәй ала. Әммә төрлө стрестан, йәрәхәтләнеүҙән, хроник ауырыуҙан, бактерияларҙан иммунитет саҡ ҡына ҡаҡшау менән тирелә эренле-ялҡынһыныу ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Уны медицина телендә пиодермия тиҙәр. Бөтә тире ауырыуҙарының өстән бер өлөшө шуға тура килә.
Пиодермия төрлө була. Тәжрибәле табипҡа уларҙы бер-береһенән айырыу бер ни тормай. Әгәр ҙә ауырыуҙың тиреһендә эсендә тоноҡ шыйыҡса булған йоҡаҡ ҡына ҡыуыҡтар булып, улар ваҡыты-ваҡыты менән шартлап, ҡатыңҡырап торһа, һүҙ стрептодермия тураһында бара. Ул артыҡ хәүефле түгел, ауырыу эпидермистың өҫкө ҡатламын ғына зарарлай, тиҙ дауалана һәм бер ниндәй ҙә эҙ ҡалмай.
Стафилодермия күпкә етдирәк. Бында зарарлы микроорганизмдар тирегә мөмкин тиклем төпкәрәк үтеп инергә тырыша. Һәм ауырыу фолликула, фурункул (сиҡан) һәм карбункул рәүешендә килеп сыға. Был осраҡта эренле шеш ҙур ҡына була һәм ул ауыртыу тыуыҙыра. Ә бындай төйөндәрҙең ҡултыҡ аҫтында килеп сыҡҡанда (уны халыҡта “эт имсәге” тип йөрөтәләр) хатта биҙгәк тотоуы ихтимал.
Йоғошломо?
Һәр ваҡыт түгел. Дерматологтар уны инфекция ауырыуҙарына ҡарағанда күберәк иммунитет ҡаҡшауға бәйле барлыҡҡа килгән ауырыуға индерәләр. Шулай ҙа был осраҡта гигиена ҡағиҙәләрен бик ҡәтғи тоторға кәрәк: эренле шеште һытмаҫҡа, ҡырҡмаҫҡа, айырым таҫтамал тоторға, түшәк кәрәк-яраҡтарын ҡайнатып йыуырға. Ауырыу таралмаһын өсөн тағы ла тиренең ул өлөшөн еүешләтмәҫкә. Иң яҡшыһы араҡы йә кислотаһы менән эшкәртергә.
Әлбиттә, ауырыуҙы дауалау өсөн гигиена талаптарын үтәү генә етмәй. Пиодермияның һәр төрөнә айырым дауалау ысулы ҡулланыла. Әгәр ҙә ауырыу тиренең өҫкө өлөшөн генә зарарлаған икән, йәғни стрептодермия булғанда антибиотиктар ҡулланыу кәрәкмәй. Был осраҡта иммуниетты нығытыусы препараттар ҡулланырға тәҡдим ителә. Улар күп төрлө һәм ниндәйен эсергә дауалаусы табип билдәләр.
Аутогемотерапия бик һөҙөмтәле. Икенсе төрлө әйткәндә ҡан тамырына ҡан алып мускулға ебәреү. Халыҡта ҡан ҡойоу тип билдәле булған был процедура организмға инфекцияның билдәле бер төрөнә үҙенең антитәнсәләрен булдырырға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә ул тире иммунитетын нығытырға ярҙам итә.
Сир башланып ҡына торғанда фуцидин тигән кремдың файҙаһы тейә. Уны тинең зыян күоңргән урындарына көнөнә ике тапҡыр һөртөргә кәрәк. Әгәр ҙә дарыу һөрткәндә лә ул һыуланып торһа, фукорцин тигән антисептик ҡулланырға тәҡдим ителә. Ике дарыуҙы ла көнөнә ике тапҡырҙан ете көн генә һөртөргә мөмкин.
Стафилодермияны дауалағанда был препарттарға тағы ла антибиотиктар ҡушыла. Аллергия булмаған осраҡта амосиклав, юнидокс, сумамед кеүек антибиотиктарҙы тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ антибиотиктарҙың йоғонтоһон көсйәтеү маҡсатында метронидазол, тиберал кеүек ялҡынһыныуға ҡаршы препараттар ҙа өҫтәп тәҡдим ителә.
Ә инде эренле шешкә антисептиктар ҡулланырға ярай. Тире ныҡ зыян күргән икән, унда бактерияларға ҡаршы ҡулланылыусы дарыуҙар тәҡдим ителә. Мәҫәлән, левомеколь. Уны марля киғәгенә йә мамыҡҡа һөртөп, ауыртҡан урынға ябырға һәм йәбештереп ҡуйырға кәрәк.
Әлбиттә, витаминдар хаҡында ла оноторға ярамай.
Халыҡ медицинаһы
Пиодермияны дауалағанда иммуниетты нығытыуға йүнәлтелгән халыҡ дауалау ысулдары ла уңышлы файҙаланыла.
Мәҫәлән, алоэ япрағы. Уны 10 көн һыуытҡыста тотоп алғандан һуң, ит үткәргес аша үткәреп, 1:3 нисбәтендә ҡайнар һыу ҡушырға. Бер сәғәттән һуң һутын һығып алып, 500 г әстерхан сәтләүеге онтағы һәм 300 г бал ҡушырға. Был шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ ашарға.
Тағы бер файҙалы рецепт. Бер үк күләмдә гөлйемеш, ҡурай еләге һәм ҡарар ҡарағат япрағы алып, барыһын бергә бутарға. Ике ҡалаҡ ошо ҡатнашманы термосҡа һалып, ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Бер сәғәттән һуң һөҙөп алырға һәм ике балғалаҡ бал өҫтәргә. Әҙер төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас: