Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ноябрь 2020, 08:08

Йәштәргә үҙ йәшәү ҡағиҙәләрегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ

“Кейәүҙәмен. Ике балабыҙ бар. Айырым йәшәйбеҙ. Аҙнаһына берҙе әсәйем, ҡәйнәм килеп китә. Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Көн һайын телефондан дүрт-биш тапҡыр шылтыратып хәл белешәләр. Ысынлап әйтәм – шул тиклем ялҡыттылар! Уларҙы тап ошо мәлдә минең ниҙәр менән булышыуым, ниҙәр ҡыйратыуым үтә ҡыҙыҡһындыра, һәр бер аҙымымды белергә тейештәр. Бөтәһен дә төпсөшөп алғас, “яҡшы”, “насар” билдәһе “һуғып” ҡуйырға ла онотмайҙар. Ә минең ике бәләкәс бала менән мәз килеүем, йыуып-йышып, тамаҡ йүнәтеп, кер һәм һауыт-һаба йыуыуым араһында ял иткем килә! Бер кем менән дә һөйләшкем, ни тиклем яҡын булһалар ҙа, ниндәйҙер эштәрем һәм пландарым менән бүлешкем килмәйҙер, бәлки? Ошо турала улар уйлап та ҡарамай, ахыры. Көйәләнеп, иремә ошо хаҡта әйткәйнем, оҡшамаһа, әйт үҙҙәренә, мин ҡыҫылмайым, тине лә ҡуйҙы. Нисегерәк, һис тә генә үпкәләтмәй генә, әсәйем менән ҡәйнәмә уларҙың шылтыратыуҙары һәм оҙаҡ итеп минән һорау алыуҙары артыҡ икәнен еткерергә? Килеүҙәре бер ни түгел, әммә мин ысынлап та ике оло, тәжрибәле ҡатын менән көнө буйы һөйләшеп ултыра алмайым бит! Рәүилә”.

Күпте беләбеҙ, сөнки оҙағыраҡ йәшәгәнбеҙ, тәжрибәбеҙ күберәк, һәр әсә үҙ балаһына тик яҡшылыҡ теләй, тигән яҡшы уйҙар менән балаһының ғаиләһенә ҡыҫылыусылар үҙҙәрен танығандыр, шулай бит. Әлбиттә, тик изгелектәр теләйбеҙ, шуға күрә лә ошо йәшкә тиклем тупланған файҙалы кәңәштәребеҙҙе көсләп-көсләп бө­төнләй ҙә башҡа ғаиләгә тағабыҙ. Йәнәһе лә, мәгеҙ, һеҙҙең тор­мошоғоҙҙа бик кәрәк буласаҡ әп-әҙер генә бәхетле булыу ҡағиҙәләре, алы­ғыҙ ҙа рәхәтләнеп ҡулланығыҙ! Әгәр ҙә йәштәр “улар өсөн генә тупланған” белемде ҡабул итмәҫкә маташһа, ҡаты итеп үпкәләргә лә күп һора­майбыҙ: “Мин бит шундай тырыштым, ә улар?”
Ә уларҙың, хөрмәтле әсәләр, үҙҙәренсә йәшәгеһе килә. Һеҙҙең шәхсән тупланған ҡағиҙәләрегеҙ йәш ғаилә өсөн “ҡартайған” йә иһә бөтөнләй ҙә ят, ябай һүҙ менән генә әйткәндә, тап килмәй! Хатта һеҙ тыумыштан алып тәрбиәләгән улығыҙ­ҙың йә ҡыҙығыҙҙың һеҙҙең тормо­шоғоҙҙан йәки ғаилә шаблон­дарығыҙҙан айырмалы рәүештә БАШҠАСА йәшәргә ХОҠУҒЫ бар. Ошо хәҡиҡәтте ҡабул итеү мөһим, тәжри­бәле ҡәйнәләр!
Рәүилә, матурым, шылтыратыуҙар ҡамасаулаһа, әлбиттә, был турала ипле генә итеп шылтыратыусыға әйтергә кәрәктер? “Әле балалар йоҡлай, минең ваҡытым тар, һуңға­раҡ, әҙерәк бушаһам, үҙем шылтыратырмын”, – тип бер-ике тапҡыр әйтеү ҙә етә аңлаған кешегә. һүҙем күберәк оло быуынға ҡағылды, шулай бит.
Фото: Әлмира ИСХАҠОВА.
Читайте нас: