Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Октябрь 2020, 15:35

Битлектең файҙаһы бармы?

Битлектең файҙаһы бармы? Ниндәй битлек һайларға? Уны нисек дөрөҫ ҡулланырға?

Ауырыу яңы ғына башланған осорҙа уҡ, вирустан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы – битлек, тине белгестәр. Эпидемия шарттарында ул сирле кешенән вирус эләктереүҙән һаҡлай. Әммә күптәр быға ышанырға теләмәне. Битлек кенә һаҡлай тиһеңме, уны ауырыған ғына кешеләр кейергә тейеш, тиеп, был һаҡланыу сараһын эшкә һанамаусылар арабыҙҙа күп кенә ине. Әле иһә ауырыу ныҡлап таралыуын күреп, күптәр үҙенең ҡарашын үҙгәртте. Битлек кейеп йөрөүселәр ҙә күбәйҙе. Хатта ул беҙҙең кейем атрибутына әйләнде кеүек. Ҡайҙа барһаҡ та иң беренсе битлекте онотмаҫҡа тырышабыҙ. Әлбиттә, әле лә бар белгестәрҙең, табиптарҙың, эксперттарҙың фекерен инҡар итеп, битлектең ауырыуҙан һаҡланыу сараһы булыуына ышанмаусылар. Битлектең файҙаһы бармы? Ниндәй битлек һайларға? Уны нисек дөрөҫ ҡулланырға? Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләп ҡарайыҡ.
Ысынында яуап бер – битлек вирустан һаҡлай. Тик, иң беренсе си-ратта, уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Йәғни ул танауҙан алып, эйәккә тиклем битте ҡаплап, һылашып торорға тейеш. Юғиһә, күптәр, танауын аса ла, ауыҙын ғына ҡаплап кейеп ала. Был осраҡта вирус танау аша тын юлдарына еңел генә үтеп инә ала. Икенсенән, 2 – 4 сәғәт һайын битлекте алмаштырып торорға кәрәк. Бер тапҡыр ҡулланыла торғандарын ике сәғәттән ашыу кейергә ярамай, ташларға кәрәк. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр уны йомарлап кеҫәһенә тығып ала ла, кәрәк ерҙә тағы сағарып кейеп ала. Былай эшләү ҡәтғи рәүештә тыйыла, сөнки ундай битлек бер ниндәй ҙә вирустан һаҡламай. 6 – 8 сәғәт файҙаланырға ярағандарын бер-нисә тапҡыр кейергә була, әммә әйтелгән ваҡыттан артыҡ ярамай.
Битлектең ыңғай һөҙөмтәһе тағы ла шунда күренә: тын юлдарына вирус ни тиклем әҙерәк эләгә, шул тиклем ауырыу ҙа еңелерәк үтә. Мәҫәлән, Америка ғалимдары үткәргән тикшереү күрһәтеүенсә, битлекте күпләп кейгән райондарҙа пациенттарҙың 80 процентында ауырыу бер ниндәй билдәһеҙ үткән. Шулай уҡ ул сирҙең ауыр эҙемтәләргә килтереүенән һәм үлем осраҡтарынан да һаҡлай.
Әйткәндәй, битлек коронавирустан ғына түгел, ә әле миҙгелгә бәйле яныбыҙҙа мыжғышып йөрөгән риновирус, аденовирус, киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарҙы ҡуҙғытыусы башҡа вирустарҙан да һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта битлектең дә төрлөһө бар, уның ниндәй материалдан нисек әҙерләнеүенә ҡарап, һаҡлау дәрәжәһе лә төрлө. Йәғни бер битлектәр нығыраҡ һаҡлаһа, икенселәре әллә ни ышаныслы булмауы ла ихтимал.
Мәҫәлән, әле вирус ныҡ көсәйгән ваҡытта эксперттар 2-се дәрәжә һаҡлау көсөнә эйә булған респираторҙарҙы ҡулланырға кәңәш итә. Атап әйткәндә, FFP2, P2, №95, KN95 маркировкалы респираторҙар. Улар кеше күп йөрөгән урындарҙа яҡшыраҡ һаҡлаясаҡ. Ә инде өйҙә ауырыған ғаилә ағзаһын ҡараған осраҡта 3-сө класҡа ҡараған FFP3 респираторын кейергә кәңәш ителә.
Шулай уҡ тағы бер хәрефтәргә иғтибар итергә онотмағыҙ. Инглиз телендәге R хәрефе – күп тапҡыр ҡулланыла торған, ә NR бер тапҡыр ҡулланыла торған тигәнде аңлата. Маркировканың аҙағында D хәрефе булһа, ул ныҡ бысраҡ урында ҡулланырға ярай тигән һүҙ. Шулай уҡ уларҙың тегелеү сифатына ла иғтибар итергә онотмағыҙ. Ептәре һүтелеп, йыртылып тормаһын.
Ни генә тиһәк тә, көн дә кейеү өсөн бындай яҡшы респираторҙарҙы һатып алыу һәр кемдең ҡулынан килмәй, шуға күрә, белгестәр әйтеүенсә, иң ябай битлек тә, уның бөтөнләй булмауына ҡарағанда яҡшыраҡ. Йәғни ябай ғына битлек менән дә үҙебеҙҙе был яман сирҙән күпмелер дәрәжәлә һаҡлай алабыҙ.
Читайте нас: