Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Октябрь 2020, 00:52

Йөрәк ниңә ҙурая?

Кеше организмындағы иң төп орган да үҙгәреү һәләтенә эйә.

Ир-егеттәрҙең йөрәге уртаса 330 г ауырлыҡта була, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы саҡ ҡына кәмерәк – 253 г. Төрлө сәбәптәр арҡаһында кеше организмы моторының ҙурайыуы ихтимал. Ғәҙәттә был хәл йөрәк мускулдарының үҫеүе арҡаһында (гипертрофия миокарда) йә ҡарынсаларының киңәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә йөрәктең киңәйеүенә килтереүсе бик күп йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары билдәле. Мәҫәлән, иң төп миҫалдарҙың береһе – гипертония ауырыуы. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә йөрәккә өҫтәмә көс төшә, һөҙөмтәлә уның мускулдары ҙурая. Йөрәктең киңәйеүенә шулай уҡ уның мускулдарының ялҡынһыныуы (кардиопатия) ла килтереүе ихтимал. Йыш ҡына ангина йә скарлатина менән ауырығандан һуң шулай була. Ауырыуҙан хәлһеҙләнгән йөрәк мускулдары тығыҙлығын юғалта, шуның арҡаһында уның ҡарынсалары киңәйә. Дилататция (йөрәктең киңәйеүе) физик эш эшләшгәндә тын етмәү, шешенеү, йөрәк ритмының боҙолоуында күренә.
Нилектән була?
Сәбәптәре төрлө. Беренсенән, күп ашау һәм эсеүҙән. Айырыуса алкоголле эсемлектәрҙе күп эсеүҙән була. Икенсенән, даими рәүештә физик көсөргәнеш кисереүҙән. Өсөнсөнән, нервы көсөргәнешенән. Йәғни көйәләнеү-борсолоуҙар ҙа эҙһеҙ үтмәй. Ошоларҙан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: ауырыу билдәле режимды тоторға тейеш. Иң беренсе сиратта физик эштәрҙе һәм аҙыҡтарҙың калорияһын сикләргә. Алкоголде тулыһынса ҡулланмау мөһим. Алкоголдең ағыулы йоғонтоһо арҡаһында бауыр ғына түгел, йөрәк мускулдары ла ҙур зыян күрә.
Туҡланыуҙа билдәле сикләүҙәрҙе тотоу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Холестерины күп булған майлы аштарҙан, углеводы күп булған ризыҡтарҙан баш тартырға кәрәк. Туҡланыу рационына күберәк үҫемлек майҙарын индерергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ балыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Кәмендә аҙнаһына ике тапҡыр балыҡ ашарға кәрәк. Өҫтәлдә мотлаҡ йәшелсә-емеш булырға тейеш. Йөрәк өсөн файҙалы йәшелсә-емештәргә абрикос, айва, ҡауын,слива, баклажан, персик, ҡыяр, кәбеҫтә, мүк еләге, балан, күрәгә, инжир, алма, гранат инә. Тоҙҙо тәүлегенә 2 грамға тиклем, ә шыйыҡлыҡты 1 – 1,2 литрға тиклем кәметергә тура килер. Бигерәк тә аяҡ-ҡулдары шешенеп йонсоған ауырыуҙарға ҡағыла ул. Һыуһағанда бесәй үләне менән бөтнөк үләне сәйен эсергә кәңәш ителә.
Нимәһе менән ҡурҡыныс?
Йөрәктең эске камералары киңәйеүе арҡаһында уның ҙур тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Уларҙың берәүһе өҙөлөп, ҡан ағымы менән үпкәгә эләкһә, үпкә артерияһының тромбоэмболияһы тигән ҡурҡыныс хәлгә килтерә. 35 – 40 проценты уның ҡапыл үлемгә килтерә. Шунлыҡтан был хәлгә алып барып еткермәҫ өсөн тиҙерәк дауаланыу курсын башларға кәрәк.
Дауалауға килгәндә, ул бәүел ҡыуҙырыу сараларын үҙ эсенә ала. Улар ҡан тамырҙарындағы ҡандың күләмен кәметергә булышлыҡ итә. Икенсенән, эналаприл, берлиприл, лизиноприл кеүек йөрәктең һул ҡарынсаһындағы ҡан баҫымын төшөрөүсе препараттарҙы ла тәғәйенләйҙәр. Һөҙөмтәлә йөрәккә көсөргәнеш кәмей. Өсөнсөнән, миокардтың ҡыҫҡарыу һәләтен көсәйтеүсе дигоксин, эзоланид кеүек дарыуҙар ҙа эсергә кәрәк. Дүртенсенән йөрәк тибешен көйләүсе препараттар кәрәк булыр. Бишенсенән, тромбтарға юл ҡуймаусы антикоагулянттарҙың да кәрәге тейер. Конкор менән капозид кеүек дарыуҙарҙың файҙаһы бар. Капозид ҡан баҫымын тотороҡландырырға ярҙам итеп, йөрөктең артабан киңәйеүенән һаҡлаһа, конкор аритмияларға ҡаршы көрәшә. Әлбиттә, һәр кемдең ауырыу тарихына, организмына, анализдарына ҡарап, дауалау курсын табип билдәләргә тейеш. Үҙ белдегең менән дауаланыу ярамай, киреһенсә, насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ауыр күтәрергә, ҙур көс талап иткән физик эш эшләргә ярамай, һаҡланырға кәрәк.
Халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеү кәрәкме?
Әлбиттә, халыҡ медицинаһында ла был сирҙе дауалауҙың үҙ ысулдары бар. Уларҙы ла файҙаланып ҡарарға мөмкин. Тик уларға ғына ышанып, табиптарға күренеүҙе кәрәк типтапмау, дөрөҫ түгел. Иң беренсе сиратта табипҡа күренергә кәрәк, уның күрһәтәмләренә ҡушып, халыҡ ысулдарын да ҡулланырға була.
Түбәндә күрһәтелгән рецепттар ялҡынһыныуға ҡаршы тора, бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә һәм йөрәк мускулдарының матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
  • 50-шәр г. ромашка, шиңмәҫгөл сәскәһен, энәлек емешен, һары мәтрүшкә үләнен һәм ҡайын бөрөһөн иҙеп, бер стакан ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы кәстрүлгә ҡуйып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Һыуынғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда ¼ стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 30 – 45 көн. Араларында 10-ар көн тәнәфес эшләп, дүрт-биш тапҡыр дауаланыу курсын ҡабатларға.
  • 50-шәр г. ҡыҙыл көртмәле, эт дегәнәге (череда), арыҫлан ҡойроғо (пустырник), ромашка сәскәһекукуруз көпшәһе һәм эт муйылын ваҡлап, бергә ҡушып бутарға һәм өҫтәге рецепттағы кеүек әҙерләп, эсергә.
  • 50 г арника сәскәһе, 200 меңъяпраҡ үәлне һәм 250 г. һары мәтрүшкәне шулай уҡ ваҡлап, алдағы кеүек эсергә.
  • 100-әр г ҡыҙарып бешкән энәлек емеше менән арҫылан ҡойроғо үләнен, 200-шәр г. фенхель емеше менән бесәй үләне тамырын алып, ваҡларға һәм бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, шулай уҡ парҙа ҡайнатабыҙ. 2 сәғәт төнәткәндән һуң, алдағы кимәлгә еткәнсе һыу өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда ¼ стакан эсергә. Өс айҙан һуң дауаланыу курсын ҡабатларға мөмкин.
  • Был тәҡдим ителгән рецепттар тынысландырыу көсөнә эйә, эмоциональ көсөргәнеште баҫа, йөрәк тибешен яҡшырта.
    Фото:Яндекс.
    Читайте нас: