Министрҙарға йөкләмә

Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа, ураҡ эштәре башланыуын иҫәпкә алып, агросәнәғәт комплексы предприятиеларын яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙе шәхси контролгә алырға ҡушты. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа хәлде даими күҙәтеп барырға һәм оператив саралар күрергә йөкләмә бирелде.

Министрҙарға йөкләмәМинистрҙарға йөкләмә
Министрҙарға йөкләмә

«Был мәсьәлә менән иртәнән кискә тиклем шөғөлләнергә кәрәк. Халыҡты ошо мәсьәлә борсой. Яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сәғәттәр буйы сиратта тороу яҡшы түгел», – тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда беренсе сиратта ашығыс һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе, шулай уҡ халыҡтың социаль ихтыяждарын бензин менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яғыулыҡ менән бәйле хәлде айырым контролдә тоторға ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, бензин менән тәьмин итеүҙәге ваҡытлыса өҙөклөктәр халыҡта ризаһыҙлыҡ һәм аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. Эре ҡалаларҙа һәм федераль трассаларҙа хәл тотороҡланһа ла, ҡайһы бер биләмәләрҙә әле лә яғыулыҡҡа ихтыяж һаҡлана.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас