Бензинға бәйле хәл - иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә, бензин менән бәйле хәлде айырым контролдә тоторға кәрәк, тине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бензинға бәйле хәл - иғтибар үҙәгендәБензинға бәйле хәл - иғтибар үҙәгендә
Бензинға бәйле хәл - иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ЦУР-ҙағы кәңәшмәлә төбәктә бензинға бәйле хәлде халыҡтың ризаһыҙлығы өсөн төп сәбәп тип атаны. Ҙур ҡалаларҙа һәм трассаларҙа хәл тотороҡландырылды, әммә алыҫ райондарҙа һәм ауыл биләмәләрендә хәл хәүефле булып ҡала — атап әйткәндә, ҡайһы бер яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин юҡ, ә ауыл ерендә — дизель, тип билдәләне ул. Республика башлығы идара итеү командаһына төбәкте яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн эре нефть эшкәртеү заводтары (ГПНС һәм «Башнефть») менән тығыҙ эшләргә ҡушты. Вице‑премьер Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, халыҡтың социаль ихтыяждарын һәм ашығыс, коммуналь хеҙмәттәр эшен тәьмин итеү өҫтөнлөклө булып ҡала. Хәлде контролдә тотоу өсөн тәүлек һайын яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сираттар һәм яғыулыҡтың кимәле мониторингы үткәрелә. Шулай уҡ яғыулыҡты канистраларҙа һатыу әлегәсә тыйыла. Яғыулыҡ тәьминәтенә бәйле иң ауыр мәлдәр 26-28 июнгә тура килә (Өфөлә һәр АЗС-та сиратта уртаса 50-шәр машина була), 7 июлгә хәл яҡшыра (АЗС-та яҡынса 10 машина). Әммә 10 июлдән яғыулыҡ ҡойоу урындарында автомобилдәр һаны тағы ла арта: яғыулыҡ һатып алыу проблемалары арҡаһында шәхси АЗС-тарҙың бер өлөшө ябыла, ә «ЛУКОЙЛ‑Уралнефтепродукт» физик шәхестәргә бензин биреүҙе ваҡытлыса сикләй; иртәгәнән компания был хәлде рәтләргә ниәтләй. Урта һәм эре компаниялар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән дә бит, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеү борсоуға һала...

 

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова