

Документҡа ярашлы, БР Дәүләт Йыйылыш - Ҡоролтайҙы оҙаҡ йылдар етәкләгән Константин Толкачевтың исеме Өфө юридик институтына бирелеүе мөмкин. Шулай уҡ Яңауыл районындағы "Юность" спорт мәктәбе лә уның исемен йөрөтәсәк.
Баш ҡалабыҙҙа парламент йорто янында һәйкәл ҡуйыласаҡ, мемориал таҡтаташ ошонда һәм сәйәсмәндең йәшәгән йортонда буласаҡ, Көньяҡ зыяратта мемориал комплекс төҙөләсәк. Бынан тыш, Өфө урамдарының береһенә Толкачевтың исемен биреү күҙаллана.
"Толкачев уҡыуҙары"н ойоштороу ҡарала, документаль фильм төшөрөү, йыйынтыҡ сығарыу ҙа планда бар. Артабан Башҡортостандың парламент тарихы музейында күргәҙмә асыу, Константин Толкачев исемендәге премия булдырыу күҙаллана.
Белеүегеҙсә, Константин Толкачев быйыл, оҙайлы ауырыуҙан һуң, вафат булды, Өфөлә ерләнде.