

27 йыл рәттән Башҡортостандың Закондар сығарыу йыйылышы Ҡоролтайын етәкләгән Константин Толкачев 74-се йәшендә Мәскәүҙә вафат булды. Уның оҙаҡ ваҡыт яман сиргә ҡаршы көрәшеүе билдәле.
Константин Толкачев 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуған. СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен тамамлай. Отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Хәрби фәндәр академияһы, Рәсәй юридик фәндәр академияһы ағзаһы. 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып эшләй башлай. 1977–1996 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығында етәксе вазифаларын биләй. 1996 – 2003 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы була. 1999 йылда уны Башҡортостан Ҡоролтайы Рәйесе вазифаһына һайлайҙар.
Наградалары һәм ғилми дәрәжәләре: Почет Билдәһе, «Башҡортостан республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Салауат Юлаев ордены, 1-се дәрәжә Бөйөк Петр, Андропов, Александр Невский, Дуҫлыҡ ордендары, 20-нән ашыу миҙал, РФ Дәүләт Думаһының почет грамотаһы, РФ Федерация Советының Почет грамотаһы, исемле ҡорал, РФ Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, РФ-ның атҡаҙанған юрисы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор.