Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2025, 11:30

Ҡот осҡос хәл: 16 бала һәләк булған!

Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Ҡот осҡос хәл: 16 бала һәләк булған!
Ҡот осҡос хәл: 16 бала һәләк булған!

- "Иғтибар - балалар!" республика иҫкәртеү акцияһы башланыуы тураһында хәбәр итәм, - тип белдерҙе Владимир Севастьянов. - Яңы йыл алдынан балаларҙың юл-транспорт йәрәхәттәре мәсьәләһе - көнүҙәк, сөнки тиҙҙән күптән көтөлгән Яңы йыл каникулы башланасаҡ, балалар уҡыуҙан буш ваҡытты үҙ аллы үткәрәсәк, ә ата-әсәләр оҙайлы ял көндәрендә руль артында сәйәхәт итеүҙе хуп күрәсәк.

Был көндәрҙә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм мәғариф органдары хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙә лә, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа ла профилактика эшен ойоштороуҙы айырыуса контролдә тотасаҡ. Айырыуса балаларҙы ойошҡан рәүештә ташыу контролдә тотола.

11 ай йомғаҡтары буйынса республика юлдарында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 366 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 16 бәлиғ булмаған бала һәләк була һәм 388 бала йәрәхәтләнә.

Хөрмәтле өлкәндәр, балаларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймауығыҙҙы һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайым. Автомобиль салонында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүгә, өҫкө кейемгә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡуйыуға ҙур иғтибар бирергә һәм юл хәрәкәтендә законға буйһонған ҡатнашыусы өлгөһө булырға кәрәк.

Әлеге ваҡытта водителдәрҙе күпләп тикшереү бара: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-12-26/ber-kem-d-sitt-almayasa-4521748

Профилактик сара иғлан ителде: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-12-26/ayy-voditel-4521860

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас