

Уның маҡсаты - транспорт менән иҫерек килеш идара итеү менән бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү. Был сара сиктәрендә байрам саралары һәм күмәк йөрөү урындарында шәхси составты мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеп, водителдәрҙе иҫереклек билдәләренә тикшереү үткәреләсәк.
- Бөтә водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки эскән хәлдә машина йөрөтөүҙең эҙемтәләре бик аяныслы булырға мөмкин, - тип иҫкәртә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Бөгөнгө көнгә республика юлдарында 286 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 100 кеше һәләк булған һәм 328 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.
Иҫегеҙгә төшөрәм, әгәр һеҙ транспорт сараһын иҫерек хәлдә йөрөткән водителдең шаһиты булһағыҙ, был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының "ышаныс телефоны"на хәбәр итә алаһығыҙ: 8 347 279 3292 йәки Дәүләт автоинспекцияһының чат-боты @GIBDDRB_02bot менән файҙаланығыҙ. Бөтә хәбәрҙәр ҙә аноним. Битараф ҡалмағыҙ. Бәлки, һеҙ берәйһенең ғүмерен ҡотҡарырһығыҙ.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225