Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабря 2025, 13:30

Ут эсендә ҡалған

Благовещен районында янғын бер ирҙең ғүмерен өҙгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ут эсендә ҡалғанУт эсендә ҡалған
Ут эсендә ҡалған

Бөгөн Удельно-Дыуанай ауылында йорт яна. Урынға килгән ирекле янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 64 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла...

Янғын сәбәбе һәм уның шарттары асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсеһе эшләй.

Мейес яҡҡанда, электр һәм газ приборҙары менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Электр приборҙарының торошон тикшерергә һәм йортта янғын хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйырға кәрәк!

Янғындың тәүге билдәләрен тойоу менән 101 йәки 112-гә шылтыратығыҙ.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-12-22/h-ef-e-lek-ege-n-bashlana-4517515

Фото: МЧС РБ.

Ут эсендә ҡалған
Ут эсендә ҡалған
Автор:Баныу Ҡаһарманова