Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һорайбыҙ:
Өй һәм гараждарҙы мейес менән йылытҡан осраҡта янғын мейесте үтә ныҡ ҡыҙыу итеп яғыу арҡаһында, кирбестәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеү, тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаларҙы ҡулланыу, мейестән күмер төшөү сәбәпле килеп сыға. Мейес менән ҡулланғанда, түбәндәге талаптарҙы үтәү мотлаҡ:
- мейес һәм башҡа йылытыу приборҙары менән янып китеүсән конструкциялар араһында ара ҡалырға, мейес алдында иҙәндә 0,5х0,7 метр ҙурлығында тимер ҡалай булырға тейеш;
- яғылған мейесте ҡарауһыҙ йәки бәләкәй балаларға ышанып ҡалдырмаҫҡа. Сатлама һалҡындарҙа йыш ҡына мейесте оҙаҡ яғалар, һөҙөмтәлә уның айырым өлөштәре үтә ныҡ ҡыҙа. Әгәр был өлөштәр ағас стена йәки йыһазға тейеп тора икән, янғын хәүефе күпкә арта. Шуға күрә, көнөнә бер тапҡыр оҙаҡ итеп яғыуға ҡарағанда, көнөнә 2-3 тапҡыр сәғәт-сәғәт ярым яғыу яҡшыраҡ;
- мейес өҫтөндә һәм эргәһендә янып китеүсән әйбер һаҡларға, кейем киптерергә ярамай.
Көнкүреш электр йылытыу приборҙары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа янғын сәбәбе булып тора. Өйҙә янғын сыҡмаһын өсөн заводта эшләнгән йылылыҡты көйләү системаһы булған электр йылытҡысын ғына ҡулланығыҙ, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ҡорғандар һәм йыһаз менән йылытыу приборҙары араһында хәүефһеҙ арауыҡ ҡалдырығыҙ. Балаларға электр йылытыу приборҙары менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Электр селтәренә көсөргәнеште арттырмағыҙ. Розетка һәм выключателдәрҙе төҙөк тотоғоҙ, ваҡытында ремонтлағыҙ йәки алмаштырығыҙ. Айырыуса оҙонайтҡыстарға иғтибарлы булығыҙ. Электр йылытыу приборҙарын төнгөлөккә ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ, улар өҫтөндә кейем киптермәгеҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 01, кеҫә телефонынан 101 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: https://web.max.ru/-69197923551776