Бөтә яңылыҡтар
10

Шок! Бөрйәндә айыу ирҙе талаған!

Был ҡот осҡос хәл ике-өс сәғәт элек Бөрйән районы Яңы Усман ауылында булған.

Шок! Бөрйәндә айыу ирҙе талаған!
Шок! Бөрйәндә айыу ирҙе талаған!

1968 йылғы ир, ҡайын һыуы сыҡмағанмы икән, тип балтаһын, банка алған да, өйө эргәһендәге тауға күтәрелгән. Йөҙ метр самаһы ерҙе үткәнме-юҡмы, йығылған ағас янына еткән икән, шунда ятҡан айыуға тап булған.

- Бер нимә лә эшләп өлгөрмәнем, ҡапыл һикереп торҙо ла, ябырылды, - шок хәлендә ауылға килеп еткән ир тура фельдшер Закир Ҡаһармановҡа барған.

Уны талаған айыуға ҡаршы ир балтаһы менән һелтәнә торғас, саҡ ысҡына алған. Травматик шок хәлендә булғас, бер ни һиҙмәгән тәүҙә.

Ауыл фельдшеры шәп кенә "Тиҙ ярҙам"ға шылтыратып, ауыртыуҙы баҫа торған дарыу сәнсеп, ҡанын туҡтатып, яраларын бәйләй. Шунан туғандарын саҡыртып, ауыр йәрәхәтләнгән ауылдашын машинала "Тиҙ ярҙам"ға ҡаршы ебәрә. 

Айыу һөжүмен кире ҡаға алған ир дауаханала. Шәбәйеп китһен инде, бирешмәһен!

Кисә Баймаҡ районында 62 йәшлек иргә айыуҙың һөжүме хаҡында яҙғайныҡ. Бөгөн Бөрйәндә лә ҡырағай йәнлек кешегә ташланған... Бик һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Урманға сығыу бик хәүефле, иртә йоҡонан уянған айыуҙар ас...

P.S. Дауаханала яралы иргә тиҙ арала хиругия мөдире баш табип һәм табип-стажер менән бергә операция яһаған. Әлеге ваҡытта айыу һөжүмен кире ҡаҡҡан ир реанимацияла (интенсив терапия палатаһында), тотороҡло ауыр хәлдә. Әммә инә айыуға бирешмәгән көслө кеше яраларға ла бирешмәҫ, тип ышанайыҡ! 

Әйткәндәй, инә айыу йығылған ағас янында ике балаһы менән ятҡан булған. 

(Стажер тигәнебеҙ - Нигериянан килгән егет) 

Фото: Яңы Усман ауылы (асыҡ сығанаҡтарҙан).

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: