Бөтә яңылыҡтар
10

Алла һаҡлаһын, иргә һөжүм итеүсе - инә айыу булған бит!

Бөрйәндәге хәл буйынса өҫтәмә мәғлүмәттәр асыҡланғас, шаҡ ҡаттыҡ.

Алла һаҡлаһын, иргә һөжүм итеүсе - инә айыу булған бит!
Алла һаҡлаһын, иргә һөжүм итеүсе - инә айыу булған бит!

Яңы Усман ауылы янындағы тауҙа айыуҙан яраланған иргә ауылдың тәжрибәле фельдшеры Закир Ҡаһарманов тиҙ арала тейешле медицина ярҙамы күрһәтеп, уны ашығыс рәүештә дауаханаға килтереп еткергәндә, яралы иҫендә, һаман шок хәлендә булған. Йығылған ағас янында инә айыу ятҡанын, ике балаһы булыуын һөйләй алған ул кешеләргә. Бер ни ҙә уйлап та өлгөрөлмәне, күҙ асып йомғансы өҫкә ажарланып ташланды, тигән.

Нисек ҡулынан балтаһын төшөрөп ебәрмәгән!

Ҡапыл өҫтөнә йыртҡыс һикереп, уны енләнеп талай башлағас та, тәүге секундтарҙа, көтөлмәгәнлектән, юғалып ҡалған башҡорт ире шунда уҡ үҙен ҡулға алып, йән көсөнә айыуға ҡаршы алышҡан. Ауыр яраланыуға ҡарамаҫтан, балтаһын ҡулынан ысҡындырмаған. Шул уны ҡотҡарғандыр ҙа!

Ябай ауыл иренең ныҡлығына хайран ҡалырлыҡ...

Баяғы хәбәр итеүебеҙсә, район дауаханаһында яралы иргә тиҙ арала хиругия мөдире баш табип һәм табип-стажер менән бергә операция яһаған. Әлеге ваҡытта айыу һөжүмен кире ҡаҡҡан ир реанимацияла (интенсив терапия палатаһында), тотороҡло ауыр хәлдә. Әммә инә айыуға бирешмәгән көслө кеше яраларға ла бирешмәҫ, тип ышанайыҡ! 

Операциянан һуң тиҙерәк шәбәйһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан (https://huntland.ru/index.php/2017/10/26/ohota_na_medvedya/?actual-format=78&banner-test-tags=eyI2NjcwOTI1NTE4IjoiODQ0NTk2OCJ9&format-type=97&pcodever=14322&stat-id=8&test-tag=555253489501697)

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: