Шаран районы Йәммәт ауылында "Экстрасенсы. Битва сильнейших" шоуының сираттағы сығарылышын төшөрөү өсөн экстрасенстар Александр Шепс, Виктория Райдос һәм Артем Краснов килеүе хаҡында яҙғайныҡ.
UFA1 хәбәр итеүенсә, ауылға Өфөнән Гүзәл Әҙеһәмова - Өфөлә бер йыл элек юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовтың әсәһе лә килгән.
- Ҡатын халыҡ араһынан күҙ йәштәрен түгеп килеп сыҡты ла, экстрасенс Артем Красновтан ярҙам һорай башланы, Мәскәүҙә уға эләгә алмауын әйтте, - тип яҙа UFA1. - Мистик машинаға ултырып китте лә барҙы, йыуанысһыҙ ҡатындың үтенесенә яуап бирмәй.
Бер нисә кеше шулай уҡ ҡатынды яҡлап, экстрасенстарға: "Ярҙам итегеҙ, зинһар! Исмаһам, номерын алығыҙ!" тип ҡысҡыра. Әммә бөтә бушҡа...
Гүзәл Әҙеһәмованың әйтеүенсә, Дамирҙың атаһы улын эҙләү осоронда вафат була - ауыр юғалтыуҙы күтәрә алмай.
Әсәгә Аллаһы Тәғәлә ярҙам итһен, сабырлыҡтар бирһен инде... Уның күҙ йәштәренә битараф ҡалып булмай...
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Дамир Әҙеһәмов һәм уның дуҫы, 13 йәшлек Павел Паличев, уҙған йылдың 30 мартында Өфөнөң Шәфиев урамындағы "Аҡсарлаҡ" балалар лагеры районында юғалды. Улар ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштан ҡайтышлай, урманға инә, шунан һуң улар менән бәйләнеш өҙөлә. Май айында Павелдың кәүҙәһен Еңеү паркы районында Ағиҙел йылғаһы ярында таптылар. Ә Дамирҙың яҙмышы тураһында әлегәсә бер нәмә лә билдәле түгел. Эҙләүҙәрҙе ноябрь айында ваҡытлыса туҡтаттылар...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Видео: UFA1