Әлегә йондоҙҙарҙың ниндәй маҡсат менән килеүе билдәһеҙ, әммә урындағы халыҡ был хәлдәрҙең бәхетһеҙлектәр күп теркәлгән "ҡарғышлы" урам менән бәйле булыуын фаразлай. Һәр хәлдә "Экстрасенсы. Битва сильнейших" шоуын төшөрә башлағандар. Сихыр-михырға ышаныусыларға экстрасенстар менән осрашырға шәп форсат сыҡҡан.
Экстрасенстар республикабыҙға тәүгә килмәй. 2019 йылда улар Иглин районының Ягодное ауылында, ә 2023 йылда Белорет районының Боғанаҡ ауылында булғайны.
Ә һеҙ ҡарайһығыҙмы был шоуҙы?