Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Января 2025, 09:30

Ҡала уртаһында йөрөй бүре!

Ата-әсәләр балалары өсөн борсола...

Ҡала уртаһында йөрөй бүре!Ҡала уртаһында йөрөй бүре!
Ҡала уртаһында йөрөй бүре!

Межгорье ҡалаһын ныҡ оҡшатҡан, ахыры бүреләр. Был турала алдан яҙғайныҡ, бына хәҙер бер бүрене ҡаланың уртаһында күргәндәр: "Бик тыныс һәм иркен рәүештә бүре ҡала урамдары буйлап йөрөй, - тип яҙалар көйөп. - Ул бер ниҙән дә ҡурҡмай, фарҙар ҙа, машиналар ҙа өркөтмәй. Был ҡасан тамамланасаҡ??????"

Ысынмы-бушмы, полиция хеҙмәткәрҙәре (кемдәр дежурҙа булған) төнө буйы бүре баҫтырған, тип яҙалар. Баҫтырмай ҙа сараң юҡ, ас януарҙың кешеләргә лә ташланыуы ихтимал. Бигерәк тә, иртә менән эшкә юлланған кешеләр, мәктәпкә барған балалар өсөн ҡурҡыныс...

Шулай ҙа бүрене яҡлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, "Кешеләр уға теймәһә, ул кешеләргә теймәй, - тип яҙа бер ҡатын. - Төлкөләргә асыуланмайһығыҙ бит. Ә бит улар ҙа йыртҡыс хайуан. Эттәрҙе ҡурҡыта торған һыҙғыртҡыс һатып алығыҙ, ул үҙе китәсәк. Беҙ уларҙың урманына килеп, бында йәшәйбеҙ. Бында улар хужа". 

Фото: https://vk.com/mezhgorie_news?from=search

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас