Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2025, 11:30

Межгорьены бүреләр баҫа башлағанмы?!

Бүре өйөрө видеокамераға эләккән.

Межгорьены бүреләр баҫа башлағанмы?!Межгорьены бүреләр баҫа башлағанмы?!
Межгорьены бүреләр баҫа башлағанмы?!

"Подслушано Межгорье" төркөмөндә бөгөн ҡаланың Геологтар урамында ("Пляж" тирәһендә) бүре өйөрө йөрөүе тураһында яҙалар: 

- Улар видеокамераға эләккән. Шулай уҡ был өйөр бөгөн иртән Геологтар урамындағы участкаларҙың береһендә этте талағандар! Һаҡ булығыҙ! Ас йыртҡыстар ҡалаға килә!

Быйыл ҡар ул тиклем күп тә түгел, ниңә бүреләр ҡалаға яҡын килгәндер, аптыраҡ... Ошо йәһәттән халыҡтың фекерен ишетке килә.

Фото: https://vk.com/mezhgorie_news?from=search&w=wall-59185100_728622

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас