Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2024, 10:00

Юлдағы фажиғә...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Юлдағы фажиғә...Юлдағы фажиғә...
Юлдағы фажиғә...

Авария бөгөн көндөҙ Бөрө районында, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 86-сы километрында, теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Өфөнән 31 йәшлек водитель идара иткән "Hyundai Sonata" машинаһы юлдан осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Асҡын районынан 59 йәшлек пассажир ир ауыр йәрәхәттәрҙән вафат була. Дауаханаға водителдең ҡатыны, өс бала (6 һәм 10 йәшлек ике ҡыҙ бала, 6 йәшлек малай) оҙатылған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләй. Аварияның нескәлектәре асыҡлана.

Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

М-5 "Урал" автомобиль юлында биш машина бәрелешкән: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-09-07/bish-mashina-b-releshk-n-3917846

Фото: БР ДАИ.

Юлдағы фажиғә...
Юлдағы фажиғә...
Юлдағы фажиғә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас