Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт ун икеләр тирәһендә М-5 автомобиль юлының 1425-се километрында ыңғай барған биш автомобиль бәрелешкән: "Рено Каптюр", "Лада Калина", "Лада Гранта", "Шевроле Нива" һәм "Лада Гранта". Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Автомобилдәр генә механик зыян күрә. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләп, ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: БР ДАИ.