Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Август , 14:30

Өфөлә БРИКС дәүләттәре йәш дипломаттарының форумы дауам итә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - ошо көндәрҙә баш ҡала «БРИКС плюс» форматында VI Йәш дипломаттар форумын ҡабул итә. Унда донъяның 30 иленән 110-дан ашыу вәкил ҡатнаша.

Өфөлә БРИКС дәүләттәре йәш дипломаттарының форумы дауам итә
Өфөлә БРИКС дәүләттәре йәш дипломаттарының форумы дауам итә

Сара программаһына Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселеге менән осрашыу ингән ине. РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров видеоэлемтә аша БРИКС илдәренән Өфөгә форумға килгән йәш дипломаттарҙы ҡотланы. Тышҡы сәйәсәт ведомствоһы етәксеһе әйтеп үтеүенсә, бының кеүек сара тәүгә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы инициативаһы буйынса 2015 йылда Өфөлә үтте. Шунан алып был майҙансыҡ үҙен БРИКС ағзалары булған дәүләттәр араһында горизонталь бәйләнеш буйынса һөҙөмтәле ҡорал булараҡ танытты. Ә 28 августа иһә форумсылар «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

Артабанғы көндәрҙә ҡунаҡтар төрлө эш сессияларында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, уларҙың төп темалары - БРИКС киңлегендә халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, донъя сәйәси һәм финанс-иҡтисади системаһында, глобаль хәүефһеҙлек архитектураһында һәм күп полярлыҡты формалаштырыуҙа берләшеү роле һайланған ине.
29 августа "БРИКС илдәрендә халыҡ-ара йәштәр проекттары" эш сессияһы үтте. Унда йәштәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса үҙ проекттарын түбәндәгеләр күрһәтте:
- Йәштәр дипломатияһы академияһы рәйесе Дилбәр Әсәҙулла ҡыҙы Садиҡова,

- (ВКС буйынса) РФ Стратегик башланғыстар агентлығының яңы проекттарын алға ебәреү буйынса йәштәр башланғыстары проекты директоры Илья Васильевич Матрос,

- Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Халыҡ-ара йәштәр хеҙмәттәшлеге һәм туризм бүлеге начальнигы Артем Анатольевич Фомин,
- "ИНИЦИАТИВА" автономиялы коммерцияһыҙ ойошма директоры Юрий Юрьевич Стародубцев,
- "Звезда" мәғрифәтселек, мәҙәни, спорт һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу үҙәге" автономиялы коммерцияһыҙ ойошмаһының башҡарма директоры Владимир Анатольевич Скрипниченко, 
- РФ Ҡораллы көстәренең Генераль штабы хәрби академияһы ғилми-тикшеренеү институты (хәрби тарих) бүлек начальнигы Владимир Николаевич Прямицын булды. 

Сессияның модераторы булып Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Күп яҡлы гуманитар хеҙмәттәшлек һәм мәҙәни бәйләнеш буйынса департаментының өсөнсө секретары Диана Мазурова сығыш яһаны.

Эш сессияһы модераторы Диана Мазурова билдәләүенсә, бөгөн БРИКС илдәренең йәштәр хәрәкәте йәштәр инициативалары һәм проекттары һаны буйынса иң тиҙ үҫеүселәрҙең береһе булып тора. Өҫтәүенә БРИКС Рәсәй Федерацияһының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары (АНО) араһында айырыуса популяр булып тора. Ни өсөн тигәндә - улар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем тормошҡа ашыра.
Бөгөн БРИКС-тың халыҡ-ара хәрәкәтенең мөмкинлеге ҙур. Быны йыл һайын теге йәки был илдең рәйеслегенда ҙур халыҡ-ара проекттар тормошҡа ашырылыуы һәм йәштәр саммиттары ойошторолуы күрһәтә. Тап шуға күрә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм йәштәрҙе берләшмә илдәренә йәлеп итеү төп маҡсат булып тора. БРИКС-та йәш белгестәр үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашыра ала, был эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора.

Йәштәр дипломатияһы академияһы рәйесе Дилбәр Садиҡова Татарстан Республикаһындағы халыҡ-ара кимәлдәге ойошма эше тураһында һөйләп үтте. Йәштәр дипломатияһы академияһы туғыҙ йыллыҡ эш дәүерендә БРИКС илдәре Йәштәр саммиты кеүек эре проекттар башланғысында торған һәм әле унда тармаҡ темаһына мәғрифәтселек буйынса эшмәкәрлек алып барыла.

РФ Стратегик башланғыстар агентлығының (АСИ) яңы проекттарын алға ебәреү буйынса йәштәр башланғыстары проекты директоры Илья Матрос иһә видеоэлемтә аша АСИ-ның БРИКС киңлегендә алға этәргән йәштәр проекттары тураһында һөйләне.  «Инициатива» автономиялы коммерцияһыҙ ойошма директоры Юрий Стародубцев "Халыҡтар дуҫлығы кубогы" тип аталған проект тәҡдим итте. Уның 20 йылдан ашыу тарихында спорт, мәғариф һәм башҡа мәҙәни проекттар аша төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла. Эксперт, был проекттың төп бурыстарының береһе – Рәсәйҙе хәүефһеҙ ил булараҡ, ваҡиғалар туризмы, ял һәм халыҡ дипломатияһы аша төрлө саралар үткәреү өсөн танытыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Звезда" мәғрифәтселек, мәҙәни, спорт һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу үҙәге" автономиялы коммерцияһыҙ ойошмаһының башҡарма директоры Владимир Скрипниченко инглиз телендә тәрән мәғәнәле сығыш яһаны. 2022 йылда ойошма тәүгә Рәсәй Һәм Белоруссия биләмәһендә Президент Гранттары фонды ярҙамында 6000-дән ашыу ирекмән һәм ирекмән ҡатнашлығында "Непокоренные" халыҡ-ара проектын тормошҡа ашырған. Эксперт халыҡ-Ара Ломоносов клубының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ошондай мөһим һәм кәрәкле проектты нисек тормошҡа ашырыуы хаҡында һөйләне.

РФ Ҡораллы көстәренең Генераль штабы хәрби академияһы ғилми-тикшеренеү институты (хәрби тарих) бүлек начальнигы Владимир Прямицын ил тарихының төрлө осорҙарында йәштәрҙе хәрби-патриотик әҙерләү буйынса тикшеренеүҙәрҙең мөһим һәм көнүҙәк һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Ул илебеҙҙең, йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү буйынса ғәйәт ҙур тәжрибәгә эйә булып, бөгөн элекке эш формаларына «Еңеү Байрағы», БРИКС йәштәр форумы һәм башҡа яңы проекттар ҡушылыуына һөйөнөсө менән уртаҡлашты.

Форум делегаттары эксперттарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарҙы бирергә мөмкинлек алды.

Сараның һуңғы көнөндә Рәсәй сит ил эштәре министрлығы йәш дипломаттар Советы инициативаһы буйынса ойошторолған Халыҡ-ара йәш дипломаттар ассоциацияһына яңы ағзалар ҡабул ителәсәк.

Фото: АНО Конгресс-бюро Башкортостана


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: