Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь , 10:39

Ҡыш ҡасан килә?

Хәҙер, тип шаяртты берәү. Эйе, бөгөн көн торошона ышаныуы ҡыйын – әле генә ҡояш көлә, бер минуттан геүләп ел сыға... Бишенсе минутында инде...

Ҡыш ҡасан килә?
Ҡыш ҡасан килә?

Рәсәйҙең Гидрометүҙәге синоптиктары ҡыштың ҡасан килеүен күҙаллаған. Белгестәр фаразлауынса, климатик ҡыш ғәҙәттәгенән алдараҡ, йәғни иртәрәк киләсәк.

Ошо айҙа уҡ буран сығыуы көтөлә. Илебеҙҙең бәғзе бер төбәгендә бөгөндән көслө ҡар яуа башлай.

Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд әйтеүенсә, ҡар Төньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Алыҫ Көнсығыш һәм Волга буйы федераль округтарында яуа. Тимәк, Башҡортостанды ла урап үтмәйәсәк.

Шуныһы бар: ҡар күпме яуһа ла яуһын, ул оҙаҡ ятмаясаҡ, тиҙәр.

Ә ысын ҡыш айҙың өсөнсө декадаһында киләсәк икән. Мәҫәлән, Мәскәүҙә климатик ҡыш 23 ноябрҙән һуң башлана, Питерҙа – саҡ ҡына һуңғараҡ. Температура тотороҡло рәүештә “минус”ҡа төшә.

Әле ниндәйҙер антициклон килгән, көн шуға боҙолдо. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Ҡышҡыса кейенегеҙ!

Фото: Автор фотоһы (архив).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: