Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2024, 08:30

Муттар 28 йәшлек ирҙең биш миллион һум аҡсаһын урлаған

Тәүлек эсендә Башҡортостан халҡы аферистарға 16 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Муттар 28 йәшлек ирҙең биш миллион һум аҡсаһын урлағанМуттар 28 йәшлек ирҙең биш миллион һум аҡсаһын урлаған
Муттар 28 йәшлек ирҙең биш миллион һум аҡсаһын урлаған

Өфөлә 28 йәшлек ир бер айҙан ашыу үҙен финанс аналитиктары тип танытҡан мутлашыусылар менән аралаша. Муттар аҡсаны "инвестициялар" иҫәбенә күсерергә күндерә. Тәүҙә ир ҙур булмаған суммаларҙы күсерә һәм дивидендтар ала, был ышаныс уята. Бынан һуң уны, "килемде" арттырырға вәғәҙә итеп, 4 миллион һумдан ашыу суммаға кредит алырға мәжбүр итәләр. Аҡса алғандан һуң мутлашыусылар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Зыян күләме - биш миллион һумдан ашыу (1,8 млн һум - шәхси тупланмаһы).

Нуриман районында 50 йәшлек ир шулай уҡ биш ай самаһы уның менән аралашҡан мутлашыусыларҙың ҡорбаны була. Ул 1 миллион һумдан ашыу кредит алып, уны мутлашыусыларға күсергән.

Был факттар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Һаҡ булығыҙ!

Водителдәргә был мутлыҡ ысулы хаҡында белеү артыҡ булмаҫ, тип уйлайбыҙ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-08-28/mutlashyusylar-e-e-avtomobilde-remontlarmy-3901824

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас