Әгәр шул мәлдә автосервиста аталған маркалы автомобиль хеҙмәтләндерелә икән, шылтыратыусы автомастерҙы ремонтланған автомобилдең ысын хужаһы менән һөйләшкәненә инандыра һәм ремонт хаҡы, ваҡыты һәм башҡа деталдәр тураһында һорай, шулай уҡ бәйләнеш өсөн "үҙенең телефон номерын" аныҡлауҙы һорай. Автомобиль хужаһының телефон номерын алғандан һуң, мутлашыусылар машина хужаһына шылтыратып, үҙҙәрен автомастер итеп таныталар һәм күрһәткән хеҙмәттәре өсөн билдәле бер сумманы күсерергә өгөтләйҙәр.
Был хәйләгә эләкмәҫ өсөн, машинаны ремонтҡа тапшырған ваҡытта клиент менән сервис араһында түләү һәм элемтә ысулдары тураһында алдан килешеү кәрәк, ти белгестәр.
Фото: "Мошки" телеграм-каналы.