Өфөнән 30 йәшлек ҡатынға "мобиль операторы" һәм "Дәүләт хеҙмәттәре" хеҙмәткәрҙәре шылтырата. Улар уны, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе урлағандар, хәҙер һеҙҙең аҡсағыҙҙы ла урлаясаҡтар, тип ҡурҡытып, аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерәләр. Һөҙөмтәлә, ҡатын миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Икенсе зыян күреүсе, 31 йәшлек ир, мессенджер аша үҙҙәрен маркетплейс хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусыларҙан хәбәрҙәр ала. Улар уға аҡса эшләргә тәҡдим итә, һәм ир, уларға ышанып, 688 мең һум аҡса һала (658 меңен кредитҡа ала). Бынан һуң мутлашыусылар юғала.
Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Әгәр һеҙгә банктан шылтыраталар икән, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ. Һаҡ булығыҙ!
Был мәғлүмәт тә артыҡ булмаҫ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-08-20/u-an-t-lekt-bash-ortostan-hal-y-aferistar-a-4-million-umdan-ashyu-a-sa-birg-n-3892939
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.