Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2024, 10:12

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы аферистарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

Өфөнән 65 йәшлек пенсионер ҡатын муттарға 500 мең һум аҡса күсергән, шуның 150-һен кредитҡа алған, 310 мең һум - тормош иптәшеке, ҡалғаны үҙенең тупланмаһы. 

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы аферистарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса биргәнУҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы аферистарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса биргән
Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы аферистарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

54 йәшлек ҡатын да мутлашыусы ҡорбаны була. Ул танышыу сайтында бер ир менән аралаша башлай. Тәүҙә мутлашыусы уның ышанысын яулай, ә һуңынан шәхси мәғлүмәттәрен биреүҙе һорай. Шул мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, ул ҡатын исеменә 30 мең һумлыҡ кредит ала ла, юғала.

Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Арина Мөхәмәтҡолова хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы иғтибарлы булырға һәм мутлашыусыларға аҡса бирмәҫкә саҡыра!

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас