Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июля 2024, 13:30

Тағы бер мутлыҡ ысулы

Өфөнөң Калинин районында йәшәгән пенсионер яңы хәйләгә эләккән. Уға телефон компанияһының ялған белгесе шылтыратып, 4G селтәренән 5G-ға күсеү сәбәпле, тиҙҙән мобиль интернет эшләмәйәсәк, тип ҡурҡытҡан.

Тағы бер мутлыҡ ысулыТағы бер мутлыҡ ысулы
Тағы бер мутлыҡ ысулы

Техник ҡатмарлыҡтарҙы аңламаған ҡатын, "белгес"те тыңлап, телефонында интернетты дистанцион рәүештә үҙгәртеп ҡорорға ризалашҡан һәм смс-хәбәрҙәрҙән кодты, паролен әйткән.

Шулай итеп ул аферисҡа ситтән тороп банк ҡушымтаһына инеү, аҡсаһын урлау мөмкинлеген биргән.

Һөҙөмтәлә ҡатындың һаҡлыҡ иҫәбенән 993 мең һум аҡсаһы урланған.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер ниндәй шарттарҙа ла телефон аша шәхси паролдәрҙе, кодтарҙы бирергә ярамай!

Әйткәндәй, элекке телефон номерығыҙ банк ҡушымтаһына бәйле килеш ҡалмағанмы?! Был турала мәғлүмәт: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-07-27/elekke-telefon-nomery-y-bank-ushymta-yna-b-yle-kilesh-alma-anmy-3863962

"Пикабу"ла бына ни тип яҙа аҡыллы кеше:

- Аферистарҙың схемаһы һәр саҡ бер үк: шылтыратып, ниндәйҙер проблема барлығын әйтәләр һәм уны хәл итергә тәҡдим итәләр.
Шуны ғына иҫтә тоторға кәрәк: һиңә бер кем дә шылтыратып, проблемаңды хәл итмәйәсәк. Сит кеше шылтыратып, ниндәйҙер проблеманы хәл итергә ярҙам итәм, тип тәҡдим итһә (бигерәк тә проблеманың барлығынан унан белгәнһегеҙ икән!), ул алдаша һәм һеҙҙе асығауыҙ тип һанай.

Асығауыҙ булмағыҙ! 

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас