Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июля 2024, 12:53

Элекке телефон номерығыҙ банк ҡушымтаһына бәйле килеш ҡалмағанмы?!

Банк хеҙмәттәренә бәйле ҡалған абонент номерҙарын намыҫһыҙ бәндәләр рәхәтләнеп ҡуллана ала. 

Элекке телефон номерығыҙ банк ҡушымтаһына бәйле килеш ҡалмағанмы?!Элекке телефон номерығыҙ банк ҡушымтаһына бәйле килеш ҡалмағанмы?!
Элекке телефон номерығыҙ банк ҡушымтаһына бәйле килеш ҡалмағанмы?!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһындағы бүлегенә 1963 йылғы урындағы кеше килгән. Уның банк иҫәбенән миллион ярым һумдан ашыу аҡса урланған була, шуның 700 меңдән ашыуы - кредит аҡсаһы. Уғрылыҡ буйынсан енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, кемдер ҡасандыр ир ҡулланған иҫке кеҫә телефоны номерын файҙаланған. Номер уның банктағы иҫәбенә бәйле булған. Һөҙөмтәлә намыҫһыҙ әҙәм сим-картаның элекке хужаһының шәхси кабинетына инеү мөмкинлеген асыҡлаған да, тупланмаһын да урлаған, кредит та алған.

Полиция хәҙер уның шәхесен асыҡлай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас