Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2024, 12:30

Бөрйән районынан 65 йәшлек ҡатын туғанына ярҙам итергә теләп, 3 000 000 һумлыҡ бурысҡа батҡан

Инде ҡалайтып һеҙҙе иҫкәртергә икән, ә?! Ял көндәрендә мутлашыусылар республика халҡынан 20 миллион һумға яҡын аҡса урлаған.

Бөрйән районынан 65 йәшлек ҡатын туғанына ярҙам итергә теләп, 3 000 000 һумлыҡ бурысҡа батҡанБөрйән районынан 65 йәшлек ҡатын туғанына ярҙам итергә теләп, 3 000 000 һумлыҡ бурысҡа батҡан
Бөрйән районынан 65 йәшлек ҡатын туғанына ярҙам итергә теләп, 3 000 000 һумлыҡ бурысҡа батҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Кушнаренко районы буйынса бүлексәһенең дежур часына Тарабирҙе ауылынан 67 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, 10 көн дауамында ул мессенджерҙа билдәһеҙ ҡатын-ҡыҙҙан хәбәрҙәр ала. Мутлашыусы, үҙен банк хеҙмәткәре итеп танытып, гражданды дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеген тергеҙеү өсөн аҡсаларын "хәүефһеҙ иҫәптәргә" күсерергә кәрәк, тип ышандыра. Алдау һөҙөмтәһендә, ғариза биреүсе мутбисәгә 8,5 миллион һум аҡса күсерә, шул иҫәптән дүрт банкынан алынған 6 миллион һумға яҡын кредит һәм автомобиль һатыуҙан 2,6 миллион һум шәхси тупланмаһын.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан 65 йәшлек ҡатынға ялған "инвестиция менеджерҙары" шылтырата. Мутлашыусылар, ҡустыңа банктың ҡушымтаһындағы иҫәбенән аҡса алырға ярҙам ит, тип өгөтләй. Ҡатын, туғанына ярҙам итергә теләп, уларға өс миллион һумдан ашыу кредит аҡсаһын онлайн аша абонент телефон номерҙарына һәм электрон янсыҡҡа күсерә...

Был мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Анна Букреева хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ! Телефон йәки Интернет аша финанс операцияларҙа ярҙам тәҡдим иткән таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ. Бер ҡасан да шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ, билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ һәм онлайн-банктарҙың паролдәрен бирмәгеҙ. 

Бынан алда беҙ мутлашыусыларға ярҙам иткән 18 йәшлек курьер тураһында яҙғайныҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-03/kurier-18-y-shlek-student-3796407

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас