Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель , 09:00

Бөгөн — "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре көнө

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә үҙ эшен яратҡан белгестәр эшләй. 

Бөгөн — "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн — "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре көнө

 Ғүмерендә һәр кем бер тапҡыр булһа ла “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.  Уларҙың   ярҙамы менән күпме кешеләрҙең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған,  күпме сабый донъяға килгән... Был изге лә, яуаплы ла эшкә үҙҙәрен бағышлаған кешеләр оло хөрмәткә һәм рәхмәткә лайыҡ.

   Гөлфиә   Байморатова Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә 30 йылдан ашыу эшләй.  Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң  бер йыл ғына мәктәптә эшләп ала ла,    “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә урынлаша.   

         — Эшем бик оҡшай. Элек-электән мигалкаларын яҡтыртып, сигналдарын ҡысҡыртып йөрөгән “Ашығыс ярҙам”да эшләү ҡыҙыҡһындыра торғайны. Өҫтәүенә, кешеләргә ярҙам итә алыу, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү   һайлаған һөнәреңдең юҡҡа булмауын иҫбатлай.  Башҡа эштә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Поликлиникала тик кенә ултырып эшләү – минең өсөн түгел. Әлбиттә, эш еңел тип әйтеп булмай, әммә өйрәнгән эштең ауырлығы тойолмай, – ти ул.

          Баймаҡ районында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 1939 йылда ойошторола. Әлеге ваҡытта унда тәүлек әйләнәһенә ете бригада эшләй.  Тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған ете машиналары бар. 30 фельдшер һәм 30 водитель көнө-төнө район һәм ҡала халҡының һаулығы  һағында. Улар яҡынса 49 мең кешене хеҙмәтләндерә һәм тәүлегенә уртаса 50 – 55 саҡыртыуҙы ҡабул итә.

           Коллектив дуҫ һәм татыу. Улар араһында оҙаҡ йылдар эшләп, халыҡтың абруйын яулаған белгестәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Айбулат Халисов 2023 йылда “Иң яҡшы “Ашығыс ярҙам фельдшеры” исеменә лайыҡ булған.  Әле күптән түгел генә фельдшер Рәйлә Мәжитова “Профессионализм һәм һөнәренә тоғролоҡ өсөн”  миҙалына лайыҡ булған.   Төркмән ауылынан ирле-ҡатынлы  Рәзинә менән Мансур Шакировтар иһә 20 йылдан ашыу кеше ғүмерҙәрен бергәләп ҡотҡара.    Рәзинә Зәйтүн ҡыҙы – фельдшер, ә  Мансур Рәфҡәт улы “Ашығыс ярҙам” водителе. “Бергәләп эшләгәс,  эш тә еңел бара. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ”, – ти улар.

          Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы һөйәләүенсә,   “Ашығыс ярҙам машиналарының иң яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуы уларҙың эшен күпкә еңеләйтә.

          – Хәҙерге “Ашығыс ярҙам” машинаһын элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел.  Эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған.     Шунда уҡ ЭКГ, УЗИ һәм башҡа тикшереүҙәр үткәрергә мөмкин. Тәүлек әйләнәһенә  дежурлыҡ алып бара. Юлда уҡ беҙгә нимә эшләргә күрһәтмә бирәләр.  Ә элек ҡыҙыл тәреле сумканан башҡа бер нәмә лә булмай торғайны, – тип һөйләй Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, үҙҙәренең эшенең нескәлектәре менән таныштырып.

            “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренең эше еңел түгел.  Уларға төрлө сетерекле хәл, ҡатмарлы  ауырыу, вируслы инфекция, хәл иткес мәл һәм хатта үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә.  Бындай ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан сығыу өсөн һөнәри оҫталыҡ та, тәжрибә лә,  етеҙлек тә, ҡыйыулыҡ  та кәрәк.  

          –  Эшләй башлаған ғына ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынына саҡырыу булды. Уны-быны уйлап тороу юҡ, тиҙ генә машинаға сығып ултырҙым да киттек. Барһаҡ, ете мәйет. Өҫтәүенә, йәштәр. Шул тиклем ауыр булды. Ҡайтҡас, ултырып иланым. Иптәшем, эшләй алмаһаң, эшләмә унда, тигәйне, әммә үҙемдә көс табып, артабан дауам иттем.

        Әлбиттә, һөжүм иткән осраҡтар ҙа, һүҙ менән ҡыйырһытҡандары ла осраны. Был йәһәттән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре яҡлауһыҙ тип әйтер инем, – ти ул.  

        Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәренең төп бурысы – ауырыуға ваҡытында ярҙам итеп өлгөрөү һәм уны дауаханаға алып барып еткереү.  Бында юлдарҙың торошо ла ҙур роль уйнай.

         –  Крепостной Йылайыр – Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан пациентты Сибайға алып барып еткергәнсе   үлеп тереләһең. Сөнки юл насар. Ә инфаркт йәки инсульт кисергән пациентты ҡуҙғатырға, һелкетергә ярамай.  Инфаркт булғанда, ғөмүмән, һәр минуты, секунды ҡиммәт, – ти өлкән фельдшер, үҙен борсоған мәсьәлә менән уртаҡлашып.

           Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Баймаҡ районында ла һуңғы ваҡытта ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бәйле инфаркт менән инсульт осраҡтары күбәйгән. Элегерәк, мәҫәлән, йылына уртаса 60 – 70 осраҡ булһа, әле иһә ике тапҡырға артҡан.

        –  Йәштәр араһында ла инфаркт, инсульт кисереүселәр күп. Ковидтың эҙемтәһелер, күрәһең. Шуныһы ҡыуаныслы: элек  инфаркт кисергән кешене күп осраҡта ҡотҡарып алып ҡалып булмай  ине. Хәҙер иһә  Сибай ҡала дауаханаһында стенттар, шунттар ҡуйыу һөҙөмтәһендә улар иҫән ҡала һәм хатта бындай пациенттарға инвалидлыҡ та бирелмәй. Медицинаның үҫеше, заманса ҡорамалдар ошондай мөмкинлектәр аса, – тип дауам итә  һүҙен тәжрибәле табип.

        –   Ауырыуҙарға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?

        –    Беҙҙең башҡорт халҡы бигерәк сабыр, сыҙам. Һуңғы ваҡытҡа тиклем, ауырыу үтер әле тип, табипҡа мөрәжәғәт итмәй, һуҙып йөрөй. Ауырыу янына бараһың, ҡасандан ауыртыу барлыҡҡа килде, тигән һорауға ул, бер аҙна йәки бер ай, тип яуап бирә.  Ошо артыҡ  сыҙамлылыҡ һаулыҡ өсөн файҙаға түгел. Уларҙың үтә һуңлап мөрәжәғәт итеүе арҡаһында   ярҙам итә алмайбыҙ. Шунлыҡтан, ваҡытында “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ, тип әйтер инем.  Ауыртыуҙы түҙергә ярамай, тиҙерәк табипҡа күренергә кәрәк.  

            Йә булмаһа, ҡайһы ерең ауырта, нисегерәк ауырта, тип һорай башлаһаң, әллә, тип ауырыуҙың билдәләрен һөйләп бармайҙар. Ә был табипҡа дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн бик мөһим. Ауырыуҙы йәшерергә ярамай. Һәм, табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы ваҡытында эсеп барырға кәрәк.

           Өсөнсөнән, балаларын бигерәк аяныс хәлгә төшөргән ата-әсәләр осрай. Сәләмәтлегенә иғтибар итмәйҙәр, дауаханаға бармайҙар, прививка эшләтмәйҙәр. Ҡайһы бер осраҡта көсләп, ҡурҡытып тигәндәй баланы дауаханаға алып китергә тура килә.  Ошонан сығып, ата-әсәләргә балаларының һаулығы, ғүмере өсөн яуаплылыҡты онотмаһындар, ваҡытында дауаланыу үткәрһен  ине, тип теләр инем.

             Һәм, әлбиттә иң ҙур теләгем – беҙ ярҙамға килергә әҙербеҙ, әммә  “Ашығыс ярҙам”ға мөрәжәғәт итергә тура килмәһен, һау-сәләмт булһындар.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: