Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 18:00

Гладиолустар сирләмәһен өсөн

Гладиолустарығыҙҙы шыттырҙығыҙмы әле?  

Гладиолустар сирләмәһен өсөн
Гладиолустар сирләмәһен өсөн

 

Һуғанбаштар серей башлаған урыны булһа, уны киҫеп, һыуға алһыу ғына итеп марганцовка һалып, шунда тотоп алығыҙ. Был сәскәне фуароз менән парша сире зарарлай. Сир билдәләрен күрһәгеҙ, шул урынды ҡырғып , зеленка менән эшкәртегеҙ. Шулай уҡ бер литр һыуға ике грамм бор кислотаһы һәм өс грамм баҡыр купоросы ҡушылған эретмәлә 10-12 сәғәт тоторға мөмкин. Ғәҙәттә, ултыртыр алдынан гладиолустарҙы фунгицид төркөмөнә ҡараған препараттар менән  эшкәртәләр. Яҡшы үҫһен өсөн «Эпин» иретмәһенә  һалып алырға ла мөмкин.

  Артабан уларҙы тупраҡ һалынған һауытҡа урынлаштырып, шыттырырға ҡуйығыҙ. Яҡты һәм йылы булған урынды һайлағыҙ.

15-20 көндән һуғандар тамыр ебәрә башлар, аҙаҡ көндәр йылынһа, баҡсағыҙға сығарып ултыртырға мөмкин. Тамырландырып үҫтергән гладиолустар тиҙерәк сәскә ата һәм сәскәләре лә эре була.

 Был сәскәләр әсе тупраҡты яратмай. Тупраҡты нейтралләштереү өсөн унда долмит оно һалығыҙ.

 

 

Фото: pokayadoma.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: