Был ауырыу йәш һәм урта йәштәрҙәге ир-егеттәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 2 – 3 тапҡырға йышыраҡ осрай. Әммә климакс осоронда гүзәл заттың бәүел юлдарында таш барлыҡҡа килеү хәүефе бермә-бер арта һәм, ғәҙәттә, улар көслө затты ҡыуып етә. Эш шунда: бала табыу йәшендә ҡатын-ҡыҙ гормондары бәүелдә таш барлыҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһай.
Был ауырыуҙың асылы шунда: бәүел юлдарында тоҙҙар кристалға әүерелә һәм бер-береһенә ҡатлана барып, ҡомға һәм ташҡа әйләнә. Был күберәк бөйөр лаҡанында була, бик һирәк кенә – бәүел ҡыуығында.
Ҡағиҙә булараҡ, тәүҙә ауырыу үҙен бер нисек тә белдермәй. Бәләкәй таштар бер – өс аҙнала үҙҙәре үк бәүел юлы аша сығыуы мөмкин. Ә инде уларҙың ҙурлығы 10 миллиметрға етә икән, 50 процент осраҡта ғына үҙҙәре сыға ала. Таш хәрәкәт итә башлағансы, үҙе хаҡында белдермәй. Тап хәрәкәт иткән ваҡытта ғына ауыртыу барлыҡҡа килә.
Медицина тикшереүе үткәндә осраҡлы рәүештә генә уларҙы асыҡларға мөмкин. Был осраҡта, нимә эшләргә һуң, тигән һорау тыуа. Быны уролог хәл итә. Ташы бәләкәй булып, бер ниндәй ҙә ялҡынһыныу һәм ауыртыу тыуҙырмаһа һәм бөйөрҙәр эшмәкәрлегенә зыян килтермәһә, шулай йәшәргә була. Ҡайһы бер таштарҙы ваҡлайҙар, ә инде ваҡлап та булмаһа, операция менән алалар.
Ауырыуҙың сәбәбе
Нормала бәүелдәге тоҙҙар иреү хәлендә була. Минералдарҙың алмашыныуы боҙолған осраҡта улар кристаллаша башлай. Кемдәргә бәүел ташы ауырыуы янай һуң? Таш барлыҡҡа килеүгә нимәләр сәбәпсе була?
Диагноз раҫланһа, нимә эшләргә?
Үләндәрҙән бөйөр сәйен, кукуруз емешлеге ауыҙы, бәпембә, бәпкә үләне, талҡан емеште тәҡдим итәләр.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.