Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 12:30

Төрки телле белгес булараҡ фәнгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ

  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала    филология фәндәре кандидаты, китапхананың һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, ғалим  Флүр Сибәғәтовтың фәнни эшмәкәрлегенә арналған ғилми конференция үтте. 

Төрки телле белгес булараҡ фәнгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Төрки телле белгес булараҡ фәнгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ

  Унда республикабыҙҙың күренекле ғалимдары, Мәғариф министрлығы  вәкилдәре, яҙыусылар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре,  ғалимдың остаздары һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Флүр Шәрифулла  улы  билдәле төркиәтсе,  милли журналистика тарихы һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса йөҙҙән ашыу ғилми һәм ғилми-популяр хеҙмәт,    “Мәжит Ғафури. Шағирҙың ижадына яңы ҡараш”,  «Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡөръән мотивтары», «Ислам. Дин. Әҙип. Әҙәбиәт», “Башҡорт әҙәбәиәтенең йылъяҙмаһы” кеүек китаптар  авторы.  Флүр Сибәғәтов оҙаҡ йылдар милли баҫма матбуғат үҫешенең тарихын өйрәнә, ә Башҡорт дәүләт университетында эшләгән осорҙа     «Тәржемә теорияһы һәм практикаһы», «Сит ил журналистикаһы тарихы», «Журналистың профессиональ этикаһы» кеүек фәндәрҙе алып бара.   

Республика  Милли китапхана директоры Азат Ибраһимов, кәңәшмәне асып Флүр Шәрифулла улының юғары профессиональ сифаттарын билдәләп үтте.  Уның етәкселегендә  китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә  һаҡланған төрки телле  материалдар актив өйрәнелә башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    — Беҙҙең китапханала яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың ижадына эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәләр йыш үткәрелә.  Ғилми хеҙмәткәр булараҡ, Флүр Шәрифулла улы  тап ошондай ҡыҙыҡлы түңәрәк өҫтәлдәрҙе, ғилми кәңәшмәләрҙе ойоштора. Бөгөн иһә уның хөрмәтенә йыйылыубыҙға, уның эшмәкәрлеген баһалай алыуыбыҙға бик шатбыҙ, – тине ул.

Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар Флүр Шәрифулла улының тәрән белемле,  бик һирәк һәм үҙенсәлекле  белгес булыуын билдәләп, уның фәнгә, әҙәбиәткә, журналистикаға индергән өлөшөн юғары баһаланы.  Кеше булараҡ та уның  бик  кешелекле, кеселекле, изге күңелле, рәхмәтле була белеүен билдәләнеләр.  

Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай  “Ағиҙел” журналының 100 йыллығына арнап сығарылған «Башҡорт әҙәбиәтенең йылъяҙмаһы» китабын, ғалим тарафынан иҫке төрки телендә яҙылған материалдарҙы һәм документтарҙы анализлау буйынса бик ҙур эш башҡарылыуын билдәләне. “Бөтә кеше лә төрки телендә уҡый алмай, ошоноң менән Флүр Шәрифулла улының  фәнгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – тине ул.

 Флүр Сибәғәтовтың йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге хеҙмәте хаҡында филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәтулла Ҡунафин бәйән итте.  Үҙенең уҡыусыһының бөгөн   публицистика һәм журналистика үҫеше тарихы буйынса бик һирәк һәм үҙенсәлекле белгестәрҙең береһе булыуы менән ғорурланыуын белдерҙе.

Ғиниәтулла Сафиулла улы  Флүр Сибәғәтовтың Өфө Фәндәр академияһының “Йәдкәр”  журналында эшләгән ваҡыттан уҡ үҙен әүҙем, бөтмөр һәм ныҡ тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәтеүен иҫкә алды. Был күркәм сифаттарҙың ир-егет өсөн бик мөһим булыуын әйтеп үтте.  Профессор шулай уҡ китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге  етәксеһе булараҡ та,   үҙенсәлекле фондты һаҡлау, байытыу, монографиялар сығарыу  буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Сарала шулай уҡ БР Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты    Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы  Марсель Сәлимов, БР Мәғарифты үҫтереү институтының дөйөм мәсьәләләр буйынса проректоры Ғәфүр  Ғәлимов,  филология фәндәре докторы, профессор,  Башҡортостандың ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Юлай Псәнчин,  тарих фәндәре кандидаты,  филология фәндәре докторы,  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт унивесритетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре   Акмуллы Нәркәс Хөббөтдинова, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты  Илшат Янбаев, «Ватандаш»  журныланың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Ағиҙел” журанлының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин,  Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге белгестәре ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе был сараның төп сәбәпсеһе булған ғалим Флүр Сибәғәтовтың эшмәкәрлеген, шәхси сифаттарын ыңғай яҡтан билдәләп, артабанғы эшендә ҙур уңыштар теләне.

Фото:Автор фотолары. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: