

"Сибайҙа үткән "Ирәндек моңдары" төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында балалар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Аиша Йыһаншина гран-приға лайыҡ булды. Уны ихлас ҡотлайым, яңы еңеүҙәр һәм ижади уңыштар теләйем", - тип яҙған район хакимиәте башлығы социаль селтәрҙә.
Афарин, Аиша!
Әйткәндәй, ҡыҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында даими ҡатнаша. Былтыр ноябрҙә ул Ҡазанда үткән "Таланттар эраһы" йыр фестивалендә лә бик уңышлы сығыш яһағайны (Афарин, Аиша! (ye102.ru)).
Фото: Марат Искужин (vk.com)