+15 °С
Болотло
Фестивалдә 1500 ҡатнашыусы сығыш яһаған. Башҡортостан намыҫын "Азамат" халыҡ йыры менән Күгәрсен районынан БР Башлығы стипендиаты, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Аиша Йыһаншина яҡланы. Һәм бик лайыҡлы итеп.
Моңло ҡыҙ өсөнсө дәрәжә лауреат дипломы алды! Уны конкурсҡа әҙерләгәне өсөн Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы Аишаның уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флорида Кәримоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ концертмейстер Дмитрий Камалеев та вокалсы менән эшләү оҫталығы йәһәтенән юғары баһаланды.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.