

258-селә юл хаҡы күтәреләсәген алдан хәбәр иткәйнек ("Ҡыуандырабыҙ" - Өфөлә 258 маршруты автобусына юл хаҡын арттыралар (ye102.ru)). Был маршрут автобустары “Серебряный ручей” һәм ”Яркий” биҫтәләренә йөрөй. 167-селәр – “ДОК”тан ”Цветы Башкирии” торлаҡ комплексына.
Бөгөндән юлда ҡулаҡса һәм банк картаһы менән 35 һум (бығаса 33 һум ине) түләп йөрөргә тура киләсәк. “Алға” картаһы менән юл хаҡы – 30 һум (28 һум булды).
Пассажир ташыусы ойошма түләү артыуын шуларға бәйләй: запас частарға, автосервис хеҙмәтенә, яғыулыҡҡа, лизинг түләүҙәренә хаҡ күтәрелгән.